Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Август 2019, 23:52

Ялыуҙар кәмегән, ләкин тынысланырға ярамай

Халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе һаулыҡ һаҡлауҙыр, моғайын. Башҡортостанда уға айырым иғтибар бирелә. Был өлкә төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың да даими күҙәтеүендә.

vk.com
vk.com
Халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе һаулыҡ һаҡлауҙыр, моғайын. Башҡортостанда уға айырым иғтибар бирелә. Был өлкә төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың да даими күҙәтеүендә.
"Һаулыҡ һаҡлауҙа беҙ хәлде планға ярашлы яйға һалып киләбеҙ. Былтыр ғына ошо өлкә граждандарҙың мөрәжәғәттәре һаны буйынса беренсе урында ине, әле иһә тәүге бишәү иҫәбенән дә төшөп ҡалды. Әммә тынысланырға ярамай. Хәҙер иң ҡатмарлы проблема – табиптарға ҡытлыҡ. Һәр ҡалала, һәр ауылда халыҡ табипҡа эләгә алмауға зарлана. Июль айында ыңғай баланс күҙәтелде: 196 белгес килгән, 162-һе киткән. "Ауыл табибы" программаһы эшләй. Тар белгестәрҙе йәлеп итеү программаһы тормошҡа ашырыла башланы, 125 эндокринолог, невролог, офтальмолог һәм башҡалар берәр миллион һум аласаҡ. 5 авгусҡа ҡарата 18 табипҡа аҡса түләнгән дә инде. Эште киләһе йыл да дауам итәсәкбеҙ. Килешеүҙәр төҙөнөк, буласаҡ табиптарҙы көҙ республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында көтәбеҙ. Ләкин беҙҙең тырышлыҡ ҡына етмәй, табиптарға урындарҙа ла ярҙам итһендәр, торлаҡ, баҡсаларҙа урын бүлһендәр, яҡындарына эш бирһендәр ине... ХХI быуатта кешеләрҙең айҙар буйы медицина ярҙамы ала алмауы менән килешергә ярамай – коллегаларыма ла, үҙемә лә бындай мөмкинлек бирмәм", – тигән яҙма ҡалдырған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Читайте нас: