Был ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 62 йыл элек үк төҙөлгән. Архангел районы хакимиәте башлығы Илшат Әминев белдереүенсә, медицина учреждениеһына бер ҡасан да ремонт яһалмаған, ул ер аҫтына китә башлаған. Элегерәк ФАП менән бер бинала мәктәп тә булған, тик уны япҡандар. Ул мейес яғып йылытыла, тик әллә ни йылытмай икән. Бында 29 йыл эшләгән фельдшер Эльвира Ғәлиева әйтеүенсә, ҡыш көнө бәләкәй балаларҙы һыуыҡтан ауырып китмәһендәр өсөн ул үҙенең өйөндә ҡабул итергә мәжбүр.