Социаль мәсьәлә
16 Августа 2019, 12:45

Төпкөлдә табиптарҙы көтәләр

Бөрйән районы табиптарға ҡытлыҡ кисерәме, районда медицина ярҙамы күрһәтеү эше ни хәлдә? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллинға мөрәжәғәт иттек.

Медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ мәсьәләһе нисек хәл ителә?


Республикала медицина кадрҙарына ҡытлыҡ мәсьәләһе киҫкен тора. Быйылғы беренсе квартал мәғлүмәттәре буйынса, 10 мең кешегә юғары белемле 31,1 медицина хеҙмәткәре тура килә. Нормаға ярашлы, бер күрһәткес 32,8 булырға тейеш. Урта медицина хеҙмәткәрҙәре менән дә шундай уҡ хәл.


Проблема – Башҡортостан етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлаған тәүге көндәрендә үк район етәкселәренә табиптарҙы йәлеп итеү, йәш белгестәрҙе тыуған төбәккә ҡайтарыу бурысын ҡуйҙы.


Рәсәй Президенты тарафынан раҫланып, 2019–2024 йылдарға иҫәпләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла медицина белгестәрен әҙерләү, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләрен төп бурыс­тарҙың береһе итеп ҡуя.


Бөрйән районы табиптарға ҡытлыҡ кисерәме, районда медицина ярҙамы күрһәтеү эше ни хәлдә? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллинға мөрәжәғәт иттек.


– Бөрйән төпкөл райондарҙан һанала, шуға күрә йәштәр бында эшкә ҡайтырға бик атлығып бармай. Бөгөн беҙҙә 35 табип эшләй, 16 меңдән ашыу кеше йәшәгән районға был, әлбиттә, аҙ. Өҫтәмә рәүештә 13 табип талап ителә. Бигерәк тә эндокринолог, дерматовенеролог, невролог, терапевт кеүек белгестәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Мәғлүм булыуынса, “Ауыл табибы” программаһы буйынса ҡайтҡан белгестәр биш йылдан һуң ғына икенсе урынға эшкә күсә ала. Программа ғәмәлгә ингәндән алып, районға 19 белгес килде, әммә уларҙың өсәүһе бында ҡалманы.


Проблеманан сығыу юлдарын район хакимиәте менән бергәләп эҙләйбеҙ. Бөгөн беҙҙең төбәктән медицина университетында 38 студент белем ала. Йыл башында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың башланғысы буйынса буласаҡ табиптар менән осрашыу уҙғарҙыҡ. Ординатурала белемен камиллаштырған дипломлы ике белгес Бөрйәнгә ҡайтырға теләк белдерҙе. Түбәнге курстарҙа уҡыған студенттарыбыҙҙа ла ҡыҙыҡһыныу уята алдыҡ, тип уйлайым. Әлбиттә, районға ҡайтып төпләнгәндәрҙең барыһына ла төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Ә инде “Ауыл табибы” програм­маһында ҡатнашыусылар был аҡсаға торлаҡ мәсьәләһен үҙҙәре лә хәл итә ала.


Ситтән белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса ла маҡсатлы эш алып барабыҙ. Былтыр Шишмәнән – акушер-гинеколог, Өфөнән хирург эшкә килде. Тәжрибәле белгестәр Бөрйәндә төпләнер, тип ыша­набыҙ, уларға ла торлаҡ мәсьә­ләһен хәл итеүҙә булышлыҡ ителә.


Күптән түгел бүтән төбәктә невролог булып эшләгән яҡташыбыҙ ҡайтырға теләк белдерҙе, шулай уҡ терапевтың килеүен дә көтәбеҙ.

Быйыл маҡсатлы йүнәлтмә буйынса 14 кеше медицина университетына уҡырға инәсәк. Барыһы менән дә килешеү төҙөнөк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте һәм студенттың үҙе менән төҙөлгән өс яҡлы документ нигеҙендә, уҡып бөтөп диплом алғас, йәш белгес мотлаҡ тыуған яҡҡа эшкә ҡайтырға тейеш буласаҡ.


Бөрйән медицина учреждениеларын кәрәкле белгестәр менән тулыландырыу буйынса ошондай эштәр алып барабыҙ. Тиҙҙән кадрҙар проблемаһы хәл ителер, – тигән өмөт белдерҙе баш табип.


Йәш булһа ла, ике йыл инде баш табип бурысын иңдәренә йөкмәп, үҙен талапсан, эшлекле етәксе итеп күрһәткән Илмир Фәнил улынан райондың медицина өлкәһендәге яңылыҡтары, киләсәккә пландар менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.


– Беҙҙә бер генә “Ашығыс ярҙам” бригадаһы эшләй ине. Майҙаны буйынса республиканың ҙур райондарының береһе һаналған Бөрйән өсөн был аҙ тип, районды ике өлөшкә бүлеп, Байназарҙа өҫтәмә бригада булдырҙыҡ. Хәҙер ул яҡтағы ауылдар халҡын дүртәр фельдшер менән водитель хеҙмәтләндерә. Автопаркты яңыртыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Районға дүрт “Ашығыс ярҙам” машинаһының бүленеүе күп проб­леманы, шул иҫәптән сирлеләрҙе Өфөгә, Белоретҡа илтеү мәсьә­ләһен дә хәл итте.


Әбделмәмбәт менән Мора­ҙымда яңы модулле ФАП-тарҙың асылыуы – республика етәксе­легенең төпкөл ауылдарҙы ла онотмауы, хәстәрләү өлгөһө. Яңы биналарҙа халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған – һыу, канализация үткәрелгән, электр энергияһы менән тәьмин ителгән, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Быйыл тағы ла ошондай ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк.


Медицина учреждениеларында даими рәүештә ремонт, төҙөк­ләндереү эштәре лә башҡарылып тора. Быйыл үҙәк дауахана бинаһының таяу стеналарын ремонтлау өсөн 14 миллион һум аҡса бүленде, киләһе йылға бинала лифттар урынлаштырыу, елләткес системаларын, таҙартыу ҡорол­маларын ремонтлау өсөн туғыҙ миллион һум аҡса тотоноласаҡ, тип күҙаллайбыҙ.


Медицина ҡорамалдарын да яңыртырға тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығы тарафынан 24 ФАП-ҡа электрокардиографтар бүленде. Был тәңгәлдә бағыусыларҙың да ярҙамын тоябыҙ.


Әлегә маммография ҡорамалын алыу мөмкинлегебеҙ юҡ. Проблеманы ситтән күсмә маммография саҡыртып хәл итәбеҙ, былтыр шулай Сибайҙан килгән аппаратта бер меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ тикшереү үтте. Ошо көндәрҙә республика буйынса уҙғарылған “Изгелек поезы” акцияһын көтәбеҙ, – тип бәйән итте баш табип.


Автор фотолары.
Читайте нас