Мәктәп ишеген асһа, йәштәр ҙә йәнтөйәктә төпләнер.
Яңы уҡыу йылын Ҡышлауйылға ауылы балалары ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Нәҡ Белем көнөндә бында 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 120 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы дөйөм белем биреү мәктәбе файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
– Белем усағы “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә һалына. Әле бинаны тышҡы яҡтан заманса материалдар менән көпләү дауам итә. Бынан тыш, бүлмәләрҙе биҙәкләү, плитә йәбештереү, тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре дәррәү бара, – ти участка мастеры Илшат Гәрәев. – Шөкөр, балаларҙың ғына түгел, ауыл халҡының да ҡыуанысы тиҙерәк тормошҡа ашһын өсөн тырышабыҙ.
Бина бөгөн ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Төҙөлөш тотҡарлыҡһыҙ бара, материалдар ваҡытында килтерелә. Төҙөүселәр пластик тәҙрәләр ҡуйған, тышҡы яҡтыртҡыстарҙы монтажлау эше дауам итә. Бынан тыш, мәктәп биләмәһендә иркен спорт майҙансығы ла буласаҡ, әле унда ҡырсынташ түшәлеп, асфальт һалыу эше бара.
Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы – 175 миллион һум, генераль подрядсыһы – Өфө ҡалаһының “Корунд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Заказсыһы иһә – республика Капиталь төҙөлөш идаралығы. Бөгөн төҙөлөштә, нигеҙҙә, Өфө, Асҡын районынан 71 кеше эш менән мәшғүл.
Ҡышлауйылға мәктәбенә күрше дүрт ауылдан килеп белем аласаҡтар. Әле унда 1200 кеше йәшәй. Урындағы етәкселек белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа йәштәр күпләп йорт һала, шуға ла балалар баҡсаһына сират барлыҡҡа килгән. Уҡыусылар ҙа элекке мәктәптең иҫкереүен, бүлмәләрҙең ҡыш һалҡын булыуын билдәләй. “Тиҙҙән иркен спорт залында шөғөлләнергә мөмкинлек буласаҡ, заманса ашханала туҡланасаҡбыҙ, төҙөүселәргә рәхмәт”, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты мәктәп төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынырға килгән шат балалар. Әйткәндәй, яңы уҡыу йылында 170 уҡыусы яңы мәктәп ишеген асып инәсәк. Уҡыусыларға 19 юғары һәм урта махсус белемле, тәжрибәле уҡытыусылар белем бирәсәк.
– 1977 йылда асылған мәктәп күп кенә талаптарға яуап бирмәй ине, балалар ике сменала уҡырға мәжбүр булды. Тар, ҡараңғы һәм һалҡын бүлмәләрҙе хәҙер иркен, йылы, заманса кабинеттар алмаштырасаҡ, – ти 40 йылдан ашыу ғүмерен мәғарифҡа арнаған мәктәп директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әмин Шәүәлиев.
Яңы мәктәптә медицина пункты, спорт залы, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн айырым бүлмәләр, тамаша залы эшләйәсәк. Хәҙер уҡыусыларға рәхәтләнеп белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла, йылы бәҙрәф эшләйәсәк.
– Мәктәп үҙ ишектәрен асһа, ауыл да йәшәр, йәштәр ҙә ҙур ихласлыҡ менән тыуған төйәгендә төпләнер. Әле ауылға зәңгәр яғыулыҡ та үткәрелә, – тине ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Ғатин. – Китапхана бар, клубтан халыҡ өҙөлмәй, почта бүлексәһе лә эшләй. Минеңсә, ауыл тормошо ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай.