Яңы уҡыу йылы китеп етте тиерлек. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, райондарҙағы “Ғаилә” үҙәктәре сираттағы “Ғаилә ялы”н үткәрҙе.
Миҙгеленә ярашлы, сара “Тиҙҙән мәктәпкә!” девизы аҫтында үтте. Унда балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашты. Мәҫәлән, “Белемдең алтын асҡысы” тип аталған квест бәләкәстәрҙе лә, ололарҙы ла мауыҡтырҙы. Унан тыш, бихисап оҫталыҡ дәрестәре, ғәмәли саралар ҙа ойошторолғайны. Балалар хәүефһеҙлек браслеттарын яһаны, “оригами” техникаһы буйынса ҡағыҙҙан төрлө әйбер эшләне, ағас әйберҙәргә декупаж яһаны, ҡомдоң үҙенсәлектәрен өйрәнде, шахмат уйыны серҙәренә төшөндө.