Хеҙмәткәрҙәр ауыр тормош хәлендә ҡалған 28 балаға уҡыу комплектын әҙерләп тапшырған. Был сарала ҡатнашҡан балалар уңайһыҙланып, фото төшөүҙән баш тартҡан.
"Фотола – беҙҙең бүләктәр. Балалар үҙҙәрен күрһәтеүҙән баш тартты. Улар шундай уңған, тырыш, етмәһә, бик тыйнаҡ. Һеҙгә булғанығыҙ өсөн рәхмәт", – тип яҙа шифахана директоры Салауат Нафиҡов.