Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Сентябрь 2019, 17:29

Кемдәр яңы фатирға бушлай күсә ала?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров алып барған сираттағы Хөкүмәт ултырышында республикала авариялы йорттарҙан күсереү барышы ла ҡаралды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров алып барған сираттағы Хөкүмәт ултырышында республикала авариялы йорттарҙан күсереү барышы ла ҡаралды.


Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллиндың ултырыштағы сығышынан күренеүенсә, “Авария хәлендәге торлаҡ майҙанын тотороҡло кәметә барыу” федераль программаһы беҙҙең республикала уңышлы үтәлә: быйылғы план буйынса бер меңдән ашыу квадрат метр майҙанды бушатыу ҡаралһа, әле үк шуның 96 проценты үтәлгән.


Бының өсөн республикаға 84,72 миллион һум бүленгән. Ә барлығы республика буйынса йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип табылған 8 377,76 квадрат метр торлаҡ майҙанда йәшәгән кешеләрҙе күсереү ҡарала. Был эш Өфө ҡалаһының, шулай уҡ Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлә, Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондарының торлаҡ фондына ҡағыла.


Фото: news.yandex.ru.
Читайте нас