Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Сентябрь 2019, 01:08

Республика Башлығы – “Ата-әсәләр йорто”нда

"Был тап ата-әсәләр өсөн йорт, өлкән йәштәгеләр бәхетле һәм оҙайлы ғүмер кисерһен өсөн төҙөлгән”.

Валерий Шахов фотоһы.
Валерий Шахов фотоһы.
Радий Хәбиров «Цветы Башкирии» ҡасабаһындағы өлкәндәр һәм һуғыш ветерандары өсөн төҙөлгән «Ата-әсәләр йорто»на тәү тапҡыр республика Башлығы вазифаһында аяҡ баҫты.


Социаль объектты төҙөү 2016 йылда башланғайны. Биш ҡатлы бинала 110 кеше йәшәй ала. Ә 70 пациент бында көндөҙгө стационар процедураларын аласаҡ.


Пансионатта йәшәү шарттары яҡшы, бассейн, китапхана, физиотерапия, массаж кабинеттары, доға уҡыу бүлмәләре бар. «Шалом» тип аталған «Ата-әсәләр йорто»н асыу тантанаһында бөтә конфессиялар вәкилдәре ҡатнашты. Уны төҙөүгә йәһүттәр общинаһы, спонсорҙар ҙур өлөш индергән. Проект хаҡы 52 миллион һумға төшкән.


“Беҙ үтә мөһим, көтөп алынған ваҡиғаның шаһиттары булдыҡ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Был ҡарттар йорто түгел, ә тап ата-әсәләр өсөн йорт, өлкән йәштәгеләр бәхетле һәм оҙайлы ғүмер кисерһен өсөн төҙөлгән”.


г. Уфа, Калининский район,

д. Федоровка, ул. Елизаветы Глинки, д. 76

Тел.: +7 (917) 342-99-88


Читайте нас