Өфөнөң "Меркурий" сауҙа үҙәгендә "Дарфонд" мохтажлыҡ кисергән граждандарҙы яҡлау фонды бушлай балалар кейеме, аяҡ кейемдәре таратты.
Ата-әсә яндарында булған ул-ҡыҙҙарын йәки уларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын күрһәтеп, кәрәкле әйбергә хужа булды.
«Дарфонд» бындай акцияны йылына бер нисә тапҡыр ойоштора, уларҙы эшҡыуарҙар балалар әйберҙәре менән тәьмин итә икән. Был юлы йүнсел Любовь Картова халыҡҡа ҙур ҡыуаныс бүләк итте – һәр миҙгел өсөн төрлө үлсәмдәге 200 пар аяҡ кейеме алып килгән ине.
Акция барышында бүләк алырға тип 228 бала килгән. Әлбиттә, улар ҙа, ата-әсә лә бик һөйөнгән. Киләһе акция декабрь аҙағында ойоштороласаҡ.