«Йомарт донор» акцияһында ҡатнашыусылар бүләккә велосипед алды.
Республиканың ҡан ҡойоу станцияһында иң әүҙем илле донорҙың өлгөлө хеҙмәте юғары баһаланды, тип хәбәр итә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе.
Станцияның баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, киләсәктә акцияла әүҙем ҡатнашыусыларҙы тағы ла ҙурыраҡ приздар көтә. Башҡортостан шифаханаһында ял көнөн үткәреү өсөн путевкалар ҙа тапшырыласаҡ.
Бынан тыш, был көндә медицина учреждениеһы биләмәһендә республикала донорҙарға арналған беренсе һәйкәл асылды.