Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Сентябрь 2019, 17:53

Госпиталгә – ҙур бүләк

“Быуындар иҫтәлеге” фонды – Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына юғары технологиялы адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса хәйриә саралары үткәргән коммерцияға ҡарамаған берҙән-бер ойошма. Ул 2015 йылдың 22 июнендә төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә илебеҙҙең Калининградтан алып Владивостокка тиклемге төрлө ҡалаларында йәшәгән 9900 ветеранға ярҙам күрһәтелгән.

Август аҙағында фонд Өфөләге һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталенә лә ярҙам итте. Учреждениеға хаҡы 10 миллион һумдан ашыу булған ультратауыш ярҙамында диагностикалау системаһы тапшырылды. Яңы ҡорамал пациенттарҙы сифатлы диагностикалау мөмкинлеген бирәсәк.

Госпиталь биләмәһендә системаны тапшырыу тантанаһы үтте. Унда рес­публиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, госпиталь начальнигы Хәлил Мостафин, “Быуындар иҫтәлеге” фон­дының операциялар директоры Надежда Халдеева ҡатнашты.

– Фонд Өфөләге һуғыш ветеран­да­ры­ның Республика клиник госпиталенә ҙур рәхмәт тойғоһо менән медицина ҡора­малын тапшыра. Һеҙ, беҙҙең кеүек үк, мө­һим эш менән шөғөлләнәһегеҙ – Ватан геройҙарына ярҙам итәһегеҙ. Яңы ҡора­мал күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре сифатын, ветерандарҙың тормошон яҡшыртыр, тип ышанабыҙ, – тине Надежда Халдеева.
Читайте нас