Социаль мәсьәлә
27 Сентября 2019, 06:30

Балалар баҡсаһын танырлыҡ та түгел!

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында белореттар, бына инде алтынсы йыл әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тәжрибә туп­ланы. Күп кенә ауылдарҙа социаль һәм коммуналь инфраструктура яҡшырҙы, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар ремонтланды, байтаҡ социаль объекттар төҙөкләндерелде.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында белореттар, бына инде алтынсы йыл әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тәжрибә туп­ланы. Күп кенә ауылдарҙа социаль һәм коммуналь инфраструктура яҡшырҙы, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар ремонтланды, байтаҡ социаль объекттар төҙөкләндерелде.


Былтыр райондан еңеүсе тип табылған проекттарҙың береһе – Әзекәй биләмәһенә ҡараған Боға­наҡ ауылындағы балалар баҡсаһы төҙөкләндерелеп, ошо көндәрҙә ҡулланыуға тапшырылды.
Ауылда меңгә яҡын кеше йәшәй, халыҡ һаны йылдан-йыл арта, йәш ғаиләләр, яңы тыуған сабыйҙар күбәйә, мәктәпкәсә йәштәге 81 бала иҫәпләнә.
“Буратино” балалар баҡсаһы 31 йыл элек төҙөлә. Ваҡыт үтеү менән тәҙрә, ишектәр сафтан сыға, иҙән­дән һыуыҡ килә башлай. Шуға күрә баҡсаны ремонтлау көнүҙәк мәсьә­ләгә әйләнә.
Боғанаҡтар – берҙәм, әүҙем халыҡ. Үҙҙәрен борсоған пробле­ма­ларҙы ла бергәләп, кәңәшләшеп хәл итергә күнеккән улар. “Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла беренсе тапҡыр ҡатнашмайҙар – өс йыл элек ауылда спорт майҙансығы төҙөтөүгә өлгәшәләр.
Был юлы ла боғанаҡтар һынат­май. Былтыр октябрҙә йыйылыш уҙғарып, республика программаһы ярҙамында балалар баҡсаһын ремонтларға ҡарар итәләр. Инициативалы төркөм, аңлатыу эштәре үткәреп, тиҙ арала тейешле документтарҙы йыйып тапшыра. Ойоштороу эштәрендә балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, бағыусылар ҙа әүҙемлек күрһәтә.
Капиталь ремонт уҙғарыу өсөн бер миллион һум аҡсаны – республика, 188420 һумын урындағы бюджет бүлә, 150 меңде – бағыу­сылар һәм шундай уҡ сумманы ауыл халҡы үҙе йыйып тапшыра.
Ремонт эштәре ай самаһы дауам итә. Бинала 62 тәҙрә һәм 23 ишек алмаштырыла, иҙән-түшәм­дәр яңыртыла. Подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәренә ата-әсәләр, тәр­биәселәр ҙә ярҙамлаша.
– Аукцион шарттарында балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау эштәрен Белореттың “Отдых” йәмғиәте башҡарып сыҡты. Подрядсы ойошмаға бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ. Бурыстарын ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарҙылар, – ти Әзекәй биләмәһе хакимиәте башлығы Рәйлә Зәйнуллина.
Программалағы эштәрҙән тыш, ауыл халҡының көсө менән балалар баҡсаһы биләмәһендә майҙан­сыҡ төҙөкләндерелә, тәбиғәт мөйө­шө булдырыла.
– Былтыр бина “зәңгәр яғыу­лыҡ”ҡа ла тоташтырылғайны. Әммә тәҙрәләр, иҙәндәр иҫке булғас, йылы торманы. Хәҙер баҡсабыҙҙы танырлыҡ та түгел – төркөмдәрҙә яҡты, йәмле, – тип шатлығы менән уртаҡлаша тәрбиәселәр.
Быға тиклем балалар баҡса­һына 51 бала йөрөгән, ә хәҙер яңыр­тылған учреждениеға тағы ла тиҫтәләп сабый килер тип кү­ҙаллана.
Ике йәше менән барған Камил да тиҙҙән балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ.
– Был ваҡиғаны көтөп алдыҡ. Улыбыҙ өсөн борсолмаясаҡбыҙ, сөнки ул йылы, яҡты баҡсаға йөрөйәсәк. Тәрбиәселәр – тәжри­бәле, үҙ һөнәрҙәрен яратҡан педагогтар. Республика, район етәк­селегенә, ауылдаштарға киләсәк быуынды хәстәрләгәне өсөн ҙур рәхмәт, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Камалетдиновтар ғаиләһе.
Төҙөкләндерелгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу тантанаһына ауыл халҡы, ҡунаҡтар йыйылды.

Берҙәм тырышлыҡтың һөҙөмтә­һен күреп, барыһы ла ихлас күңел асты, йыр-моң, ҡыуаныслы ауаздар яңғырап торҙо. Бигерәк тә балалар шат ине – һәр кем үҙ һәләтен күр­һәтергә ашыҡты, төрлө конкурстар­ҙа дәррәү ҡатнашты. Улар өсөн байрам табыны ла ойошторолдо.
– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына халыҡ өйрәнеп тә бөттө инде. Уның шарттарын да яҡшы аңлап, хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе асыҡлауҙа, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Күктән көтөп ятмай, үҙ өлөшөңдө индереп ниҙер булдырыу, төҙөү, уртаҡ тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреү халыҡты берләш­терә, яңы эштәргә дәртләндерә.
Тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур – үҙ ҡулың менән тыуҙырған әйбергә нисек һаҡсыл ҡарамайһың инде? Был балалар баҡсаһын да ауыл халҡының ҡәҙерләп, һаҡлап тотонорона шигебеҙ юҡ, – тине боғанаҡ­тарҙың шатлығын уртаҡлашырға килгән Белорет районы хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары Лира Анихоязова.


Белорет районы.
Читайте нас