Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Сентябрь 2019, 12:15

Уҡытабыҙ ҙа, эшкә лә өйрәтәбеҙ

“Яҡын кешеләр” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге оло йәштәге һәм хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хәстәрләүгә мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн булдырылған.

“Яҡын кешеләр” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге оло йәштәге һәм хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хәстәрләүгә мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн булдырылған.


Беҙҙең үҙәк уларға лайыҡлы тәрбиә, хөрмәт һәм иғтибарлы мөнәсәбәт гарантиялай. Ғөмүмән, яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын осраҡлы кешеләргә ышанып тапшырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Ауырыуҙарҙы ҡарау буйынса уҡыу, практик белем алыу, тәртип нормаларын булдырып, уларҙы контролдә тотоу кәрәк. Социаль яуаплылыҡты аңлау һәм был өлкәлә оҙайлы эшләүгә әҙерлек тойғоһо булдырыу зарур.


Бигерәк тә түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарау буйынса күнекмәләрҙең һәм әҙерлектең булыуы мөһим. Махсус белем дә талап ителә.

Тәрбиәселәребеҙ түшәктә ятҡан сирлеләрҙе хәстәрләүҙе ту­лы­һынса үҙ өҫтөнә ала. “Яҡын кешеләр” үҙәге тап ошо йүнәлештә махсуслаша.


Бағыусының эш алымы контролдә тотола. Һәр заказды төрлө проблемаларҙы хәл иткән персональ менеджер күҙәтә. Беҙҙең ҡарамаҡтағылар бер ҡасан да иғтибарһыҙ ҡалмай. Был хеҙмәттәр түләүле, улар үҙәктең менеджерҙары контролендә бағыу буйынса әҙерлек үткән белгестәр һәм компания-партнерҙар тарафынан башҡарыла.


Яҡындарығыҙҙы хәстәрләүҙе беҙгә ышаныс менән тапшыра алаһығыҙ. Уларға ҡарата игелекле мөнәсәбәттә буласаҡбыҙ.


Бәйләнеш өсөн телефондар:

8-919-619-35-77, 8-987-250-03-03

Сайтыбыҙҙа ғариза ҡалдырығыҙ, тиҙ арала һеҙҙең менән бәйләнешкә сығырбыҙ.

Вконтакте https://vk.com/id551916783

WhatsApp +7 987-250-03-03

Беҙҙең адрес:

Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 23, 1-се ҡат, 101-се Б офис.

Тел.: +7 (987)-250-03-03.


ҮҘӘК ТУРАҺЫНДА


“Яҡын кешеләр” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге селтәре оло йәштәге һәм хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә квалификациялы ярҙам күрһәтә, дөрөҫ, грамоталы ҡараштан сығып, уларҙың хәлен еңеләйтә һәм һауығыуға булышлыҡ итә. Беҙ операция кисергән, йәрәхәтләнгән, инсульт, инфаркт үткәргән ауырыу кешеләрҙе, инвалидтарҙы, оло йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндерәбеҙ. Шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән оло кешеләргә социаль патронаж бул­дырыуҙа һәм өйҙәрендәге төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙамлашабыҙ.


Әгәр һеҙ яҡын кешеләрегеҙҙе үҙаллы бағырға әҙер булһағыҙ, бар хеҙмәттәр бушлай: уҡыу, консультация. Әгәр бағыуҙы үҙаллы булдыра алмаһағыҙ, яҡындарығыҙға бағыусы (сиделка) һайлап бирәбеҙ, сирленең күҙәтеүһеҙ ҡалмауын контролдә тотабыҙ, өйөндәге төрлө проблемаларын хәл итәбеҙ. Был хеҙмәттәр түләүле, бағыу буйынса үҙәк менеджер­ҙары контролендә әҙерлек үткән белгестәр тарафынан башҡарыла.


Беҙҙең эш моделе лә үҙенсәлекле. Ҡала буйлап битараф булмаған, яуаплы кешеләрҙе эҙләп табып, уларҙы өйрәтәбеҙ. Күршеләренә улар даими ярҙам итергә әҙер. Бигерәк тә түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарау буйынса күнекмәләрҙең һәм әҙерлектең булыуы мөһим. Махсус белемдең булыуы шарт.


ВАКАНСИЯЛАР


Беҙ даими рәүештә оло йәштәге һәм хәрә­кәтләнеү мөмкинлеге сик­ләнгән кешеләрҙе ба­ғыу өлкәһендә эш­ләр­гә теләгән­дәр­ҙе әҙерләү менән шөғөллә­нәбеҙ. Уларҙы бушлай башлан­ғыс белем, үҙ йор­тоң­дан алыҫ бул­ма­ған уңай­лы график буйынса эш, кол­лек­тивы­быҙҙан ярҙам, аралашыу менән тәьмин итәбеҙ. Был кәрәкле социаль эш аҡса эшләргә яҡшы мөмкинлек булып тора.


Беҙгә талап ителә:


* Бағыусы – сәғәтләп эшләй.


* Бағыусы – эшләгән осоронда йәшәү урыны менән тәьмин ителә. Үҙ ҡарамағында булған кешенең фатирында вахта ысулы менән йәшәй.

* Тәүлек әйләнәһенә дауаханала дежурҙа булған бағыусы.


Эшләргә теләгәндәргә ҡарата дөйөм талаптар:


* фәҡәт Рәсәй граждандары;


* элекке эш тәжрибәһе мотлаҡ түгел, шулай ҙа бағыу тәжрибәһе йәки медицина белеме булыуы хуплана;


* йәше сикләнмәй, тик эш өсөн етәрлек физик формала булыу кәрәк;


* насар ғәҙәттәрҙең булмауы (эш ваҡытында тәмәке тартыу рөхсәт ител­мәй) һәм суд хөкөмөнә тарттырылмауы шарт;


* дәғүәселәр өсөн кәрәкле документтар: паспорт, пенсия страховкаһы полисы, ИНН, медицина кенәгәһе, анализдар һөҙөмтәһе.


Эш башлар алдынан бөтә кандидаттар мотлаҡ әңгәмә, медицина тикшереүе үтә, “Профессиональ бағыусы мәктәбе” курсы буйынса махсус белем ала. Беҙҙең әҙерлек системаһы эшенә етди ҡараған, социаль әүҙем, ошо өлкәлә оҙайлы эшләргә ниәттәре булған кешеләр һайлап алына.


“Яҡын кешеләр” офисына шылтыратығыҙ һәм әңгәмәгә килегеҙ!
Читайте нас