– Әсәй, яңы балалар баҡсаһына ҡасан барабыҙ?
– Әсәй, бигерәк матур, эйе бит?
Был көндө барлыҡ Воскресенка ауылы халҡы түҙемһеҙләнеп көттө. Ауыл ҙур, сабыйҙар күп. 1967 йылда төҙөлгән иҫке балалар баҡсаһы барлыҡ теләгәндәрҙе лә һыйҙыра алмай.
Бына тантаналы минуттар етте. Республиканың 100 йыллығына арнап һалынған бинаның бер йыл эсендә ҡалҡып сығыуына күптәр ышанып та бөтә алманы. Уны Өфө ҡалаһының 8-се төҙөлөш идаралығы эшселәре ҡыҫҡа ғына ваҡытта төҙөгән.
Халыҡтың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин да килде. Улар, кескәйҙәрҙе, атай-әсәйҙәре яңы бинаға күсеүҙәре менән ҡотлап, һаулыҡ, бәхет һәм уңыш теләне.
Балалар баҡсаһы 35 сабыйға иҫәпләнгән. Бында кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтереү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Бинала кәрәкле йыһаздар, ҡорамалдар, иркен уйын, йоҡо бүлмәләре, музыка һәм физкультура залдары бар. Саф һауала уйнау өсөн резина япмалы майҙансыҡ эшләнгән.
– Баҡсаға ике төркөм йөрөйәсәк, – ти уның мөдире Гөлйемеш Мәсәғүтова. – Хәҙер тәрбиәселәребеҙгә дәртләнеп эшләргә барлыҡ мөмкинлектәр бар.
Әйткәндәй, республикала “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. 2019 йылдың аҙағына тиклем төбәктә 6 501 урынлыҡ 21 мәктәп һәм 3139 урынлыҡ 21 балалар баҡсаһы асыласаҡ.