Асҡын районының Шишмә-Ураҡай ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерҙе: уларҙа 54 квадрат метр майҙанды биләгән өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.
Бында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, заманса ҡорамалдары ярҙамында һәр кемгә тейешле булышлыҡ күпһәтеләсәк.
"Хәҙер хеҙмәтләндереү элекке кеүек һыуыҡ бинала күрһәтелмәйәсәк, һыу, йылылыҡ үткәргестәр бар. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн күтәргестәр урынлаштырылған", – ти ауыл халҡы.
Бында процедуралар үткәреү, прививка яһау, көтөү бүлмәләре бар. Бөгөн медик-санитар ярҙамды 180 кеше алһа, шуның 28-е – балалар, 57 пенсионер.