Стәрлебашта элекке поликлиника бинаһынан 12 фатир эшләп, йәш белгестәргә тапшырмаҡсылар.
Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә 1968 йылда уҡ төҙөлгән элекке поликлиника бинаһы бар. Баш табип Илшат Яппаров белдереүенсә, ул 2015 йылдан алып бикле тора. Хәҙер бинаны өр-яңынан төҙөкләндереп, уҡыу йорттарын тамамлап ҡайтҡан йәш белгестәр өсөн 12 фатир әҙерләмәкселәр. Эштең яҡынса хаҡы – 10 миллион һум.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡарар менән ризалығын белдерҙе. Дауаханала төбәк етәксеһе йәш белгестәр менән аралашты, уларҙан эш шарттары тураһында белеште.
"Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөргөм килә: республикала тар йүнәлешле белгестәргә финанс яҡтан ярҙам итеү буйынса программа эшләй. Бының өсөн 125 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо мөмкинлектән файҙаланығыҙ", – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе районда онкологик сирҙәргә бәйле торош хаҡында белеште. Баш табип әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл республикалағы уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Анализлағас, шул асыҡланған: районда өлкән йәштәге кешеләр бик күп һәм башлыса улар сирләй.
"Мин Һаулыҡ һаҡлау министрлығына күрһәтмә бирәсәкмен, улар һеҙгә республика онкология үҙәге белгестәрен ебәрер. Белгестәрҙән методик ярҙам, консультация алырһығыҙ", – тине Радий Фәрит улы.
Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бындағы фельдшерҙар яман шеште иртә стадияларҙа билдәләгәне өсөн 5 мең һумлыҡ түләүҙе ала ла башлаған. Ҡайһы берәүҙәр хатта икешәр тапҡыр алыуға өлгәшкән. Улар Радий Хәбировҡа ярҙамы һәм матди түләүҙәр өсөн рәхмәт әйтте.