Социаль мәсьәлә
19 Октября 2019, 10:17

Ҡотло булһын!

Саҡмағош районында ниндәй социаль объекттар асылып, халыҡты ҡыуандырҙы?

Фото: web.archive.orgФото: web.archive.org
Фото: web.archive.org
Саҡмағош районының Йомаш ауылында 95 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы, район үҙәгендә иһә социаль йорт файҙаланыуға тапшырылды.


Балалар баҡсаһы "Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект" республика маҡсатлы программаһына ярашлы һалынған. "Бәләкәй ил" тип аталған мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы хәҙер – ауылдың биҙәге, ул иркен, ҙур, бөтә кәрәкле йыһаздар менән тулыландырылған, уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Район үҙәгендә йәшәүселәр өсөн тағы бер әһәмиәтле ваҡиға – 36 фатирлы өс ҡатлы социаль йорт файҙаланыуға тапшырылған. Ул Саҡмағош ауылының Азатлыҡ урамында урынлашҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: яңы йорттағы алты фатирҙа етем балалар йәшәйәсәк. Ҡотло булһын йорт туйы!
Читайте нас