Социаль мәсьәлә
19 Октября 2019, 07:17

Рөхсәт бирелерме?

Ауырыған хәлдә лә, уллыҡҡа бала алырға теләһәң...

Фото: offset.comФото: offset.com
Фото: offset.com
Быға саҡлы Башҡортостандың Ғаилә кодексы ауырыған хәлдә лә уллыҡҡа бала алырға теләгәндәргә быны эшләргә рөхсәт итмәй ине. Бындай сирҙәрҙең исемлеге Рәсәй Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 февралендәге 117-се ҡарарында бирелгән.
Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошондай ауырыған кешеләргә талапты йомшартырға мөмкинлек биргән закон проекты әҙерләргә булды. Уллыҡҡа бала алырға теләгән ҡайһы бер граждандар, был бала менән оҙаҡ йылдар инде бергә йәшәһә лә (әйтәйек, туған-тыумасаһының етем ҡалған сабыйы), быны рәсми эшләтеү форсатынан мәхрүм ине. Яңы ҡанун ошо йәһәттән рөхсәт биреүҙе күҙ уңында тота.
Читайте нас