Социаль мәсьәлә
22 Октябрь 2019, 19:20

Ете балалы ҡатын урамда ҡалған...

Йәй Мәләүез районында ете бала тәрбиәләгән яңғыҙ ҡатындың йорто янып, бөтә әйберҙәре, документтары ла юҡҡа сыға.

Фото: bashinform.ruФото: bashinform.ru
Фото: bashinform.ru
Йәй Мәләүез районының Троицкое ауылынан ете бала тәрбиәләгән яңғыҙ ҡатындың йорто янып, бөтә әйберҙәре, документтары ла юҡҡа сыға.
“Башҡортостан” телерадиокампанияһы мәғлүмәттәре буйынса, ғаилә дәүләттән аҡсалата компенсация алған, тик бүленгән финанс ярҙамы яңы торлаҡ һатып алыуға етмәгән икән.
Ғаиләнең йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалыуына дүрт ай үткән инде. Бөгөн ҡатын балалары менән Мәләүез ҡалаһы дөйөм ятаҡтарының 16 квадрат метрлы бүлмәһен ҡуртымға алып көн күрә икән. Балалар ике ҡатлы карауатта йоҡлай.
Муниципалитет ғаиләгә ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн уңайлы шарттары булған торлаҡ вәғәҙәләгән. Асыҡланыуынса, ете балалы әсәй 2017 йылда уҡ күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү республика программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа баҫҡан, үкенескә күрә, бында ете йылға яҡын сират көтөргә кәрәклеген белдергәндәр.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, яңғыҙы ете бала тәрбиәләгән ҡатын урамда тороп ҡалған тиһәң дә була. Район етәкселеге ярҙамынан ҡалдырмаҫ тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Читайте нас