Социаль мәсьәлә
25 Октября 2019, 08:15

Хоҡуғы һаҡлана

“Ҡатыным ауырлы. Әле ул эшләй, әммә хеҙмәт хаҡы бик аҙ, шуға күрә баланы бер йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса декрет ялын үҙемә рәсмиләштергем килә. Тик бына мин эшләгән фирманың директоры: “Закон буйынса шулай рәсмиләштерергә мөмкин, тик бына беҙҙә эшләй алмаясаҡһың”, – ти. Был осраҡта ни эшләргә?

Данил.

Өфө районы”.

– Рәсәй Хеҙмәт кодексының 256-сы статьяһына ярашлы, сабыйҙың атаһы, олатаһы, башҡа туғандары йәки опекундары, йәғни ғәмәлдә бәләкәсте баҡҡан кеше бала ҡарау буйынса отпускыны тулыһынса йәки өлөшләтә файҙалана ала. Бынан тыш, ошо хеҙмәткәр, ғаризаһына ярашлы, тулы булмаған эш көнө йәки өй шарттарында эшләү мөмкинлегенә эйә. Өҫтәүенә уның дәүләт социаль страховка пособиеһын алыуға хоҡуғы ла һаҡлана.
Читайте нас