Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Октябрь 2019, 15:30

“Ҡорос” байрам бүләк итте

Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөләге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарҙа булды.

Кескәй тамашасыларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу, күҙҙәрендә осҡон сағылды.


Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөләге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарҙа булды.


Калинин районындағы приютта ул балаларҙың көнкүреш шарттары менән танышты, балалар менән “Ҡорос” халыҡ театры башҡарыуында “Шаҡылдаҡ менән Сиҡылдаҡ мажаралары” әкиәтен ҡараны.
Тамашала инспектор театрҙың М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттарының ижади төркөмөнә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне:

– Һеҙгә был байрам өсөн рәхмәт, спектаклде рәхәтләнеп ҡараныҡ, кескәй тамашасыларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу, күҙҙәрендә осҡон сағылды. Был һөнәри­легегеҙҙе иҫбат итә, – тине ул.
Бынан тыш, М. Закомалдин “Ҡорос”тоң республикабыҙҙы “Театр­аль Волга буйы” төбәк-ара фестивалендә лайыҡлы күрһәте­үенә ышаныс белдерҙе, уңыштар теләне.
Әкиәти тамашанан һуң, ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тигәндәй, балалар ҙа сығыш яһаны. “Бик талантлылар, ихласлыҡтары өсөн ҙур рәхмәт!” – тип ҡыуаныстарын йәшермәне студенттар.
Ижади төркөм шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен дә әкиәт тылсымы менән ҡыуан­дырҙы.
“Ҡорос” халыҡ театры хаҡында күп һөйләргә була. Етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов был проектҡа бар булмышын бағышлаған, театр артис­тарынан да ошоно талап итә. Студенттар был йәһәттән һынат­май, һәр береһенең оҫталығы әсир итә, сәнғәт әһелдәре, тиерһең. Әгәр ҙә һеҙ бер тапҡыр ғына булһа ла “Тиле йәшлек” спектаклен ҡараһағыҙ, был һүҙҙәрҙең буш түгеллеген үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, йөрәгегеҙ менән тойғанһығыҙҙыр.
Балалар өсөн уйнау ҙа айырым оҫталыҡ, тырышлыҡ талап итә. Наил Ғәйетбаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған, йыр-моңға ҡоролған, мажараларға бай, яҡшылыҡҡа өндәгән, тормош ҡиммәттәрен төшөндөргән “Шаҡылдаҡ менән Сиҡылдаҡ” спектакленә балалар ҙа, ололар ҙа берҙәй битараф түгел.
Өкөнөң (Фәдис Иҙрисов) изге ғәмәлдәр ҡылған ҡоштарға тәмлекәстәр таратыуы, был йәһәттән Һандуғасҡа (Зарема Әминева) моңло тауышы, изге күңеле өсөн кәнфиттәр эләгеүе кескәй дуҫтарыбыҙға бары тик яҡшылыҡ ҡына ҡылырға кәрәкле­ген аңлатҡан уңышлы миҫал булып тора. Шаҡылдаҡ менән Си­ҡыл­даҡ ролдәрен Айҙар Ғәйнет­динов менән Алена Дятлова башҡара. Был ике ҡоштоң тәмле­кәстәрҙе ҡулға төшөрөр өсөн урман ҡанундарын боҙоуын, үҙ хаталарын төҙәтергә була, ҡаршы­лыҡтарҙы үтеүен ҡыҙыҡ­һынып, хатта һағайып, иғтибар менән ҡараны балалар.
“Ҡорос” иһә һаман сыныға. Халыҡ театрының “Театраль Волга буйы” төбәк-ара фестивалендә ҡатнашыуы, унда финалға сығыуы хаҡында яҙып үткәйнек инде. Уларҙың һәр береһе, улай ғына түгел, “Ҡорос”то белгән, яратып ҡараған тамашасылары был ижади төркөмдөң еңеренә ихлас күңелдән ышана, сөнки һәр ҡуйған сәхнә әҫәренә, һәр ролгә күңел йылыһы, оҫталыҡ һәм тырышлыҡ һалына.
Читайте нас