Был ғаиләнең йортон 2015 йылда уҡ һүткәндәр. Әммә алмашҡа тейеш булған торлаҡты бирергә «онотҡандар». Дүрт йыл буйы йорт-ерһеҙ ҡалған ғаилә нисек көн иткәндер, уныһын үҙҙәре генә белә торғандыр.
Был хаҡта республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Кешеләргә ҡарата бындай һалҡын ҡараш буйынса енәйәт эше асылған. Тәфтишселәр битарафлыҡҡа юл ҡуйған Дүртөйлө районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәреңең ни сәбәпле ҡыл да ҡыбырҙатмағанын асыҡлау менән мәшғүл.
Һуңлап булһа ла ғаиләнең тиҙерәк өй туйлауын теләргә генә ҡала.