Күңел табибына мөрәжәғәт итеүҙән тартынма.
Былтыр Учалыла “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгенең ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам бүлексәһе булдырылды. Ғаилә институтын һаҡлау, проблемалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү – бүлектең төп маҡсаты. Уның штатында ике психолог та бар. Үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙарын һорап, был өлкәлә ике тиҫтә йыл хеҙмәт иткән психолог Лилиә ҒИНИӘТУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек.
– Сит илдәрҙә күптәрҙең шәхси психологтары бар. Беҙҙә, ғәҙәттә, проблемалары булғандар йә яҡын дуҫына, йә туғандарына мөрәжәғәт итергә күнеккән. Үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәүселәр ҙә бихисап. Сер түгел, һуңғы йылдарҙа суицидтар артыуының төп сәбәбе тап ошо. Һеҙгә психолог ярҙамы һорап йыш мөрәжәғәт итәләрме?
– Эйе, мөрәжәғәт итеүселәр һаны күбәйә. Быйыл туғыҙ айҙа бүлеккә 754 кеше мөрәжәғәт итте. Шуларҙың 368-е – ир менән ҡатын. 81-е – ата-әсәләр һәм балалар араһындағы, 134-е – ололар менән мөнәсәбәткә ҡағылышлы. Ҡалған мөрәжәғәттәр балаларҙың дөйөм үҫешенә, һөнәр һайлау, мөнәсәбәттәрҙе диагностикалау һәм башҡа һорауҙарҙы үҙ эсенә алды. Бынан тыш, телефон аша ла кәңәштәр бирәбеҙ. Консультациялар айырым бүлмәләрҙә, мөрәжәғәт итеүселәрҙең теләге буйынса рус йәки башҡорт телдәрендә һәм аноним рәүештә лә уҙғарыла. Бүлектә сенсор ҡорамалдар менән йыһазландырылған бүлмә, ҡом терапияһы, төрлө йүнәлештәге 100-ҙән ашыу тестар менән “Мультипсихомер” диагностика аппараты ла бар.
– Күберәк кемдәр һәм ниндәйерәк проблемалар менән мөрәжәғәт итә?
– Башлыса ҡатын-ҡыҙ йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Ғәҙәттә, ғаилә тарҡалғас йәки айырылышҡандан һуң балалары менән уртаҡ тел таба алмай, депрессия хәлендә киләләр. Күп осраҡта донъя, көнкүреш мәшәҡәттәренә бирелеп, тик ғаиләһе, ире, балалары өсөн генә йәшәп, үҙҙәренә ышанысы бөткән, үҙҙәрен ҡарамаған, хөрмәт итмәгән ҡатындар. Ә ир-ат бындай “уңайлы” тормошҡа тиҙ өйрәнә, ҡатынына ҡарата ҡулланыусы мөнәсәбәте формалаша, улар араһында мөхәббәт, хөрмәт һүнә. Һөҙөмтәлә ир кеше ситтә үҙ-үҙенә ышанған, үҙен ҡараған, яратҡан ҡатынды таба. Шул сәбәпле ғаилә тарҡала.
Беренсе консультацияны индивидуаль рәүештә үткәрәбеҙ, артабан балалары менән бергә саҡырабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – клиентты депрессия хәленән сығарыу, ҡурҡыу тойғоһонан, шомланыуҙарынан арындырыу. Һуңынан үҙ баһаһын арттырыу өҫтөндә коррекция дәрестәре уҙғарабыҙ.
Тарҡалған ғаиләләрҙең балалары менән тәү сиратта танышып, мөнәсәбәттәрҙе көйләйбеҙ. Баланың йәшен иҫәпкә алып, диагностика һәм методика һайлана. Ата-әсәһе айырылышҡанда бала ҙур стресс кисерә – уны эмоциональ көсөргәнештән арындырыу төп маҡсатыбыҙ. Ир менән ҡатын айырылышҡанда, күп осраҡта бала әсә кеше менән ҡала. Әммә атай кешенең бала менән аралашыуын сикләмәҫ кәрәк, бала хаҡына ата-әсә килешеп, “алтын урталыҡ”ты табырға тейеш.
– Статистика күрһәтеүенсә, ғаилә тарҡалыуының төп сәбәбе – эскелек.
– Эйе, күп осраҡта заман афәтенә ир-ат бирелә. Бына күптән түгел бер ҡатын кәңәш һорап килде. Ире менән 15 йыл бергә йәшәгәндәр, ике балалары бар. Ир ғүмер буйы спиртлы эсемлектәр менән мауыға, ошо сәбәпле эштән дә ҡыуылған. Эскән һайын өйҙә янъял ҡуптара, хатта һуңғы ваҡыт ҡул күтәрә башлаған. Ҡатын, ғаиләмде һаҡлайым, балаларым тулы ғаиләлә үҫһен тип, оҙаҡ йылдар түҙгән.
Был осраҡта ғаиләне һаҡлау тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Ҡатындың үҙендә көс табып, балалары өсөн үҙен һаҡлауын хәстәрләйбеҙ.
– Йәш ғаиләләр араһында айырылышыуҙар йыш күҙәтелә...
– Ғаилә ҡороу – етди аҙым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйләнешеп тә өлгөрмәй айырылышҡан парҙар бихисап. Айырылышыуҙар һанын нисек тә булһа кәметеү, йәштәрҙе ҡайтанан йәрәштереү буйынса ла эш алып барабыҙ. Никах тарҡатыуҙан алда парҙар психолог консультацияһын үтергә тейеш. Сит илдәрҙә бындай алым күптән ғәмәлгә ингән һәм ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ғаилә психологияһы күрһәтеүенсә, никахҡа ингәнсе мотлаҡ психологик әҙерлек кәрәк. Тормош тәжрибәһе булмау, икенсе яртың, сабыйың алдында бурыстарыңды аңлап етмәү, мөнәсәбәттәр көрсөгөн еңеп сыға алмау, аҡса юҡлығы, бала тыуғас, иректең сикләнеүе – быларҙың барыһы ла йәш парҙарҙың бер-береһенә ҡарата булған хистәренә кире йоғонто яһай. Тормош мәшәҡәттәре баҫып, хистәр һүнә. Айырылыуға ла күп йәштәр еңел-елпе ҡарай, ғаиләнең емерелеүен дә фажиғә тип ҡабул итмәйҙәр. Уларҙың балаларын ата-әсәһе ҡарарға мәжбүр.
Шуға ла иң тәүҙә үҫмер тәрбиәләнгән ғаиләлә тыныслыҡ, ышаныс яйға һалынырға тейеш. Һәр йәш ғаилә, теләйме-юҡмы, үҙ ғаиләһе миҫалында ояһын ҡора бит. Йәш парҙар конфликтты дөрөҫ, аҡыллы итеп хәл итеү юлдарын белмәй. Тимәк, айырылышырға торған парҙарға, психологик ярҙам, көрсөк үҙәктәренә барып, кәңәш һорауҙан тартынмаҫҡа кәрәк.
Күптән түгел йәш ғаилә пары ярҙам һорап килде. Йыл ярым бергә йәшәйҙәр икән. “Сәскә-кәнфит мәле” үтеп, ҡәҙимге тормош башланғас, аңлашылмаусанлыҡтар тыуған. Һүҙгә килешкән һайын, ир кеше ата-әсәһенә ҡайтып китә икән. Ҡатын да үҙ баһаһын белгән, буйһоноп өйрәнмәгән кеше. Бер кем дә ярашыуға беренсе аҙым яһамай.
Бер нисә консультациянан һуң, беҙҙең кәңәштәрҙе тыңлап, йәштәр бергә ҡалырға тигән фекергә килделәр.
– Йыш ҡына йәштәрҙең айырылышыуында ололар ҙа ғәйепле була...
– Минең эш практикамда ла шундай миҫал осраны. Ҡәйнә кеше йәш ғаилә менән бер фатирҙа йәшәй. Тәүҙә барыһы ла яҡшы була: ғаиләлә бер бала үҫә, килен эшләй, ҡәйнәһе бала ҡараша. Әммә тора-бара, ул йәштәрҙең тормошона ҡыҫыла башлай. Һөҙөмтәлә ғаилә тарҡала. Ир ғаиләһен түгел, әсәһен һайлай. Бында төп сәбәп – әсәй кешенең улын үҙенән айыра алмауында һәм айырырға теләмәүендә. Бындай ныҡ эмоциональ бәйләнеш ҡатын-ҡыҙ яңғыҙы бала тәрбиәләгәндә йыш күҙәтелә.
– “Өлкәндәр менән өлкәндәр“ проблемаһы киҫкен тора. Балалары ата-әсәләрен ҡарауҙан баш тартҡан йәки оло кешеләрҙе ҡарттар йортона урынлаштырған осраҡтар йыш күҙәтелә.
– Тормошта төрлө хәлдәр була. Ата-әсәләргә, ни тиклем эшкә сумған булһалар ҙа, балалары һәм үҙ ата-әсәһе хаҡында оноторға ярамай. Әгәр ғаиләлә татыулыҡ юҡ, ә ир менән ҡатын гел бәхәсләшә, балалары менән аралашырға ваҡыт тапмай икән, бала ла быны дөрөҫ, шулай тейеш тип ҡабул итәсәк. Ҙурайғас, уның да ата-әсәһенә ваҡыты етмәйәсәк. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙәге ҡарауһыҙ ҡалған ололар проблемаһы тап ошонан килеп сыға.
– Ата-әсәләргә бала тәрбиәләүҙә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Ғаилә ағзалары ваҡыттарын бергә үткәрергә тырышһа, матур йолалар булдырһалар, бик һәйбәт. Мәҫәлән, киске ашҡа мотлаҡ бергә йыйылырға, көндөң нисек үтеүен һөйләшергә, ярҙам һорарға була. Буш ваҡытты бергә уҙғарыу өсөн хәҙер нимә генә уйлап сығармайҙар! Тик бала теләмәгәнде мәжбүрләп тағырға кәрәкмәй, бергә хәл итегеҙ.
Хәҙерге заман ғаиләһе үҙ эсенә бикләнеп кенә йәшәй алмай. Өлкәндәрҙең ижтимағи ҡыҙыҡһыныуҙары, хеҙмәткә һөйөүе, кешеләргә изгелекле мөнәсәбәте баланың кесе йәштән үк йәмғиәттең маҡсаттары, идеалдары һәм үҙеңде тотоу нормаларына ылығып үҫеүенә нигеҙ булып тора. Ул өйҙә лә, балалар баҡсаһында ла өлкәндәрҙән үҙләштергән холоҡ-ҡылыҡҡа, үҙ-ара мөнәсәбәткә эйәрергә тырыша: үҙеңде генә уйламаҫҡа, ағай-апайҙар, туғандар менән татыу булырға, өлкәндәргә ярҙам итергә, тәртипле, намыҫлы булырға һ.б.
Баланың үҙен тотоуына һәм психикаһына әйләнә-тирәләге төрлө күренештәр, шул иҫәптән киреләре лә, йоғонто яһай. Ғаиләлә өлкәндәрҙең һәм балаларҙың тормошон ойошторғанда, быны иҫәпкә алырға кәрәк. Ата-әсәләр көндәлек үҙ-ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәте хаҡында хәстәрлек күрергә, үҙҙәре өлгө булырға тейеш.
Атай кеше – ғаиләлә үҙәк фигура. Уның һүҙҙәре тосораҡ була һәм әсәй кешегә мөнәсәбәте балаларҙың бөтә ғүмеренә иҫендә ҡала. Ата-әсәнең аҡыллы кәңәше, үҙ фекерен көсләп таҡмайынса, баҫым яһамай һөйләшеүе балаларҙа ышаныс уята һәм уларҙа рухи үҙаллылыҡ барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.
Балалар ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең дөйөм көйөн һиҙгер ҡабул итә. Даими рәүештә бер-береһенә яҡшылыҡ теләү мөхите уның нормаль йәшәүе өсөн ыңғай шарт булып тора. Ә ғаиләләге конфликттар бала психикаһына кире йоғонто яһай, етди ауырлыҡтарға алып килә, шуға күрә бала ата-әсәһен ыҙғышҡан хәлдә күрергә тейеш түгел. Ниндәйҙер сәбәп менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан икән, араларҙы яйға һалыуҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки был хәлде балалар бик ауыр кисерә. Ҡыҙған килеш балала бер-берең тураһында насар фекер тыуҙырырға тырышырға ярамай, ваҡытында туҡтала, үҙеңде ҡулға ала белергә кәрәк, сөнки ата-әсәнең асыуы баҫылып, татыулашһа ла, баланың уны ауыр кисерәсәген оноторға ярамай.
Ғүмеренең тәүге йылдарынан уҡ бала шәхесен формалаштырыу – ата-әсәгә йөкмәтелгән төп бурыс. Ә шәхестең баһаһы уның йәмғиәттәге әһәмиәте менән билдәләнә һәм ниндәй тәрбиә алыуынан тора. Ата-әсә, өлкәндәр менән балалар араһында юғары әхлаҡлы үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырылһын. Ғаилә тормошо һәр кем ҡулынан килгәнсә бер-береһенә ярҙам итерлек, төрлө яҡлап хәстәрлек күрерлек итеп ойошторолған осраҡта һәр кем бәхетле була.