Ниңә беҙҙә инвалидтарға ҡараш боҙҙай һалҡын икән? Ниңә бәғзе чиновниктар ярҙамға мохтажлыҡ кисергәндәрҙе өнәп бөтмәй? Үкенескә ҡаршы, быға миҫалдар аҙ түгел.
Хроник сирҙең ауыр формаһынан яфаланған инвалид бала торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса муниципалитетта сиратта торған, сөнки бындай сирле менән башҡаларға бер фатирҙа йәшәү мөмкин түгел. Чиновниктар былтыр уны торлаҡ менән тәьмин итеү урынына мохтаждар исемлегенән һыҙған да... ҡотолған!
Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, дүрт кешенән торған ғаилә 48,7 квадрат метр майҙандағы коммуналь фатирҙа күршеләр менән йәшәргә мәжбүр. Прокуратура дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт иткәс, чиновниктар үҙ хатаһын танырға мәжбүр булған.