Ғафури районында 2000-дән ашыу инвалид йәшәһә, уларҙың 170-е – бала. Районда ярҙамға мохтаж кешеләргә булышлыҡ ҡылыуға йүнәлтелгән "Уңайлы мөхит" дәүләт программаһы уңышлы эшләй, ҡайһы бер мәғариф учреждениеларында физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға инклюзив белем биреү өсөн шарттар булдырылған.
Яңыраҡ райондың инвалид йәмғиәте рәйесе итеп логопед-дефектолог Ләйсән Табулдинаны һайланылар.
Ләйсән Ислам ҡыҙы даун синдромы менән сирләгән балалар өсөн "Ҡояштар" үҫтереү һәм өс-биш йәшлек һөйләшмәгән сабыйҙар төркөмдәре етәксеһе булып тора.
Был көслө рухлы ҡатын ире Ринат Ғиниәт улы менән туғыҙ бала тәрбиәләй. Бәләкәйҙәре сирле булып тыуғас, ғаилә юғалып ҡалмай, бар көсөн сабыйҙы дауалауға, уның үҫешенә арнай. Ошо эҙләнеүҙәр әсә кешене районда инвалид балаларҙы реабилитациялау төркөмдәре асыуға алып килә. Әле ул ең һыҙғанып эшкә тотонған.
Район хакимиәте бина мәсьәләһен хәл итеүгә булышлыҡ ҡылған. Әле унда бер нисә бала йөрөй.
"Һәр сирленең үҙен йәмғиәтебеҙҙең тулы ағзаһы итеп тойоп, башҡалар менән аралашып үҫергә хоҡуғы бар. Бындай ярҙам үҙәктәре ҡалаларҙа күп, әммә уларға балаһын йөрөтөргә һәр кемдең мөмкинлеге юҡ. Шуға ла район үҙәге Красноусолда асырға булдыҡ. Әле беҙгә бер нисә баланы йөрөтәләр, киләсәктә башҡалар ҙа килтерер тип уйлайбыҙ", – ти көслө рухлы ҡатын.
Ләйсән Ислам ҡыҙының үҙенә ышанып тапшырылған йәмәғәт эшен дә лайыҡлы алып барырына шикләнмәй райондаштары.