Башҡортостанда йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат булдырылды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров, ошондай документҡа ҡул ҡуйғас, социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
“Республикабыҙҙа газ яҡшы үткәрелгән, әммә тырышаһы бар әле. Тағы шул асыҡланды: газ үткәрелгән ауылдарҙа кешеләр “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташмай. Сәбәбе: был ярайһы ҡиммәтле, бар эш хатта 150 мең һумға барып баҫа. Шуға матди яҡтан аҙ яҡланғандар газды йортона үткәрә алмай. Ошо йәһәттән ярҙам өсөн сертификат бирергә булдыҡ”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм унда инвалид булғандар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән һәм ишле ғаиләләр бындай сертификаттарҙы алыу хоҡуғына эйә.
Уның номиналы 60 мең һум тәшкил итә. Ә аҙ килемле граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн – 100 мең һум.
Сертификатты алыу өсөн 11 ноябрҙән Күп функциялы үҙәктәргә һәм халыҡты социаль яҡлау бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда сертификатты нисек файҙаланыу тураһында лә аңлатып бирәсәктәр.