Социаль мәсьәлә
8 Ноября 2019, 08:10

Туҡталҡа өсөн ыҙғыш бөтөрмө?

Өфөләр йорттары эргәһендәге туҡталҡаны хосусилаштыра аласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр, сөнки күп ҡатлы өйҙәр янындағы ер, торлаҡ законына ярашлы, милек эйәләренеке иҫәпләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөләр йорттары эргәһендәге туҡталҡаны хосусилаштыра аласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр, сөнки күп ҡатлы өйҙәр янындағы ер, торлаҡ законына ярашлы, милек эйәләренеке иҫәпләнә.
Машина ҡуйырға урын эҙләп ҡаңғырмаҫ өсөн был мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ. Иң тәүҙә кадастр инженерын эҙләп табығыҙ, ул һеҙгә участка сиген билдәләргә ярҙам итер. Әҙер документтарҙы мэрияның Ер һәм милек мөнәсәбәттәре идаралығына тапшырығыҙ. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ, туҡталҡа йорт комплексына ярашлы булырға тейеш, ҡағиҙә булараҡ, унда илле машинанан да артығын ҡуйып булмай. Инвалидтар тураһында ла оноторға ярамай.
Өҫтәүенә күршеләрегеҙҙең ризалығын алыу кәрәк. Дөйөм йыйылыштың протоколын мотлаҡ идарасы компанияға һәм район хакимиәтенә тапшырығыҙ. Хәҙер һеҙгә көтөргә генә ҡала. Ғаризағыҙҙы хуплағас, "Роспотребнадзор" менән килешеү төҙөргә кәрәк. Аҙаҡ туҡталҡағыҙҙы үҙегеҙ теләгәнсә файҙалана алаһығыҙ, шлагбаум ҡуяһығыҙмы, күршегеҙ менән бүлешәһегеҙме - һеҙҙең ихтыярығыҙҙа.