Социаль мәсьәлә
11 Ноября 2019, 12:15

Табипҡа ҡабул итеүгә эләгеү тамуҡҡа әүерелмәһен

Белгескә эләгер өсөн кәмендә биш ысул бар: регистратурала, табиптың үҙендә мәғлүмәти система аша, инфокиоскта, интернет ярҙамында, 13-01 телефоны аша яҙылырға мөмкин. Был мөмкинлектәр йылдан-йыл камиллаштырыла.

Республиканың медицина учреждениеларында тар белгестәргә ҡабул итеүгә эләгеү әле булһа киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала.
Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктең һаулыҡ һаҡлау тармағында көнүҙәк мәсьәләләр барлығын, граждандарҙың табиптарға ҙур ауырлыҡ менән ҡабул итеүгә эләгеүен билдәләп үтте. Кешеләр белдереүенсә, телефон йәиһә электрон портал аша яҙылыу ҙа был проблеманы тулыһынса хәл итә алмай.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирина Кононова әйтеүенсә, 2014 йылдан табиптарға яҙылыу буйынса дәүләт хеҙмәтен файҙаланып мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Һандарға күҙ һалайыҡ: 2014 йылда 11,6 миллион кеше булһа, 2018 йылда был күрһәткес 17,9 миллионға еткән. Ә ағымдағы йылдың ун айында 16,1 миллион пациент ошо хеҙмәттән ҡулланған. Тимәк, айына кешеләр уртаса өс миллион тапҡыр табипҡа яҙыла.
Белгескә эләгер өсөн кәмендә биш ысул бар: регистратурала, табиптың үҙендә мәғлүмәти система аша, инфокиоскта, интернет ярҙамында, 13-01 телефоны аша яҙылырға мөмкин. Был мөмкинлектәр йылдан-йыл камиллаштырыла. Мәҫәлән, быйыл республиканың һаулыҡ һаҡлау ведомствоһы үҙ аллы яҙылып булған табиптарҙың исемлеген киңәйткән. Унан тыш электрон сиратҡа ҡуйыуҙың техник мөмкинлектәрен дә арттырған.
Ҡыҫҡаһы, камиллаштырыу эше бара, әммә табипҡа яҙылыу барыбер күпселек халыҡ өсөн проблема булып ҡала. Власть органдары вәкилдәре фекеренсә, бының төп сәбәбе булып кадрҙар дефициты, медицина учреждениеларында эште дөрөҫ ойоштормау, яңы форматтағы эшкә бәғзе хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаршы сығыуы тора. Графиктарҙың дөрөҫ төҙөлмәүе, медицина хеҙмәткәрҙәренең ялда, уҡыуҙа, эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда булыуының иҫәпкә алынмауы ла тәьҫир итеүе ихтимал.
Унан тыш, кешеләрҙең яуапһыҙлығы ла системаның эшмәкәрлегенә зыян килтерә. Мәҫәлән, табипҡа яҙылып та, килмәүселәр, көтөргә теләмәүселәр сиратты оҙонайта, башҡаларҙың мөмкинлеген сикләй. Унан тыш, тар белгестәргә яҙылыуҙың тағы бер үҙенсәлеге бар: беренсел звенола, йәғни терапевтан йүнәлтмә алырға кәрәк. Был исемлеккә хирург, акушер-гинеколог, офтальмолог, отоларинголог, балалар психиатры, нарколог, фтизиатр кеүек табиптар инә.
Фото: mozhga.news
Читайте нас