Социаль мәсьәлә
12 Ноября 2019, 07:10

Дүрт сабый йәшәгән йортта газды өҙгәндәр...

Үткән аҙнала яҡшылыҡҡа өмөтө ҡалмаған әсә социаль селтәрҙә кешеләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Үткән аҙнала яҡшылыҡҡа өмөтө ҡалмаған әсә социаль селтәрҙә кешеләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уның өйөндәге газды 47 меңлек бурысы булғаны өсөн һүндергәндәр, бер-береһенән бәләкәйерәк балалары барлығын да иҫәпкә алып тормағандар. Өҫтәүенә ете йәшлек ҡыҙы церебраль фалиж сиренә дусар.
Ғәҙәттән тыш ваҡиға халыҡты ҡуҙғытты. Ирекмәндәр ҙә күп балалы ҡатынға ярҙамға ашыҡты.
Ҡыҫҡа ғына ваҡытта газға йыйылған бурысты ҡапларлыҡ аҡса тупланған.
Ике йәшлек ҡыҙы, өс йәшлек улы, ете йәшлек инвалид ҡыҙы, ун өс йәшлек улы булған әсә, сабыйҙарының өй эсендә өшөп туңыуын күреп, ахыр сиктә сит-ят кешеләргә мөрәжәғәт итмәһә, балалар менән ни булыр ине? Күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Йыйылған алтмыш мең һум аҡса өсөн ғаилә барыһына ла рәхмәтле. Һәр һум яҡшы эштәргә тотоноласаҡ, ти Наталья.
Фото:Ufa1.ru
Читайте нас