Социаль мәсьәлә
13 Ноября 2019, 07:25

Ауылдың үҙенең спорт үҙәге буласаҡ!

Бүребай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эльвира Андреева белдереүенсә, бында төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй. Һуңғы йылдарҙа ауылдың йөҙө үҙгәрә, урамдар яҡтыртыла, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында бүребайҙар йыл һайын әүҙем ҡатнашып, күп проблемаларҙы хәл итә.

Ауыл халҡы өсөн иң ҙур ҡыуаныстарҙың береһе – күптән түгел район хакимиәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә “Бүребай тау-байыҡтырыу” комбинаты ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башланғысы һәм ярҙамы менән тормошҡа ашасаҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексының төҙөлөүе тураһында инвестиция проектының хәл ителеүе.

Эштең дөйөм хаҡы – 70,4 миллион һум, уның яртыһын комбинат етәкселеге үҙе күтәрә, 50 процентын республиканың адреслы инвестиция программаһына ярашлы тормошҡа ашырыу ҡаралған. Төҙөлөш өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтеү “УГМК-Холдинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге тарафынан ыңғай хәл ителгән. Төҙөлөштөң проект-смета документтары әҙер, Хәйбулла районы хакимиәте һәм комбинат етәкселеге тарафынан ике яҡлы килешеү төҙөлгән. Төҙөлөш эштәрен башҡарыу 2020-2021 йылдарҙа ҡаралған.

Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: ауыл эргәһендә генә ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы урынлашыуына ҡарамаҫтан, республика буйынса иң күп йөҙйәшәрҙәр тап ошо төбәктә йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 104 йәшлек инәй беҙ барыр алдынан ғына гүр эйәһе булған. Ә инде 90, 80 йәштәрен тултырыусылар ауылда бик күп.

Бер һүҙ менән әйткәндә, шахтерҙар төбәге – таусылар ауылы булмышы, йәшәйеше, зауыҡлы, матур һәм заманса булыуы менән һоҡландырҙы. Ғәмәлдә шулай булырға тейеш тә. Ни тиһәң дә, һәр йортта үҙ еренә тоғро кешеләр йәшәй бит.
Читайте нас