Социаль мәсьәлә
13 Ноября 2019, 07:26

Йәш табип ҡайтты

Бүребай ауылының табип амбулаторияһына ун бер йылдан ашыу үҙ эшенең оҫтаһы Рәмил Рәхмәтов етәкселек итә. Ҡасандыр бала табыу йортона тиклем булған дауахананы илдә барған “ҡулайлаштырыу еле” лә урап үтмәгән.

Бүребай ауылының табип амбулаторияһына ун бер йылдан ашыу үҙ эшенең оҫтаһы Рәмил Рәхмәтов етәкселек итә. Ҡасандыр бала табыу йортона тиклем булған дауахананы илдә барған “ҡулайлаштырыу еле” лә урап үтмәгән.


Бөгөн Бүребай халҡын һәм күрше Татырүҙәк, Переволочан ауылдарын ни бары ике табип хеҙмәтләндерә. Өс белгес вази­фаһы буш тора. Шуныһы ҡыуа­ныслы – күптән түгел тыуған ауылына йәш табип, ошо ауыл ҡыҙы Юлия Пручай терапевт булып эшкә ҡайтҡан.


– Беҙгә йәш белгестең ҡай­тыуы – икеләтә ҡыуаныс, – ти Рә­мил Зариф улы. – Ҡайһы саҡта көнөнә иллегә яҡын сирлене ҡабул итергә тура килә. Юлия тәүге көндән үк пациенттарҙың хөрмәтен яуланы. Үҙенә ҡарата талапсан, һөнәр үҙенсәлектәрен яҡшы белә, һәр ауырыуҙы ентекләп тыңлай.


Рәмил Рәхмәтов белде­ре­үенсә, ауыл халҡын күпселек йөрәк һәм ҡан-тамыр, тын юлы сирҙәре борсой. Һуңғы ваҡытта онкология сиренең йыш күҙә­телеүе тәжрибәле табипты һиҫ­кәндерә. Быға урындағы сәнәғәт предприятиелары ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр, шулай уҡ экология мәсьәләһе лә төбәктә киҫкен тора.


Дауаханала 15 койка-урынлыҡ көндөҙгө стационар эшләй, “Ашы­ғыс ярҙам” машинаһы бар, бер бригада тәүлек әйләнәһенә дежур итә.

Ауыл дауаханаһының проблемаларына килгәндә, улар күп. Рәмил Зариф улы әйтеүенсә, күп мәсьәләләрҙе урындағы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге хәл итә: заманса медицина ҡорамалдары алыу, бинаға ремонт эшләү булһынмы – барыһына ла комбинат тарафынан матди ярҙам бүленә. Хәйер, уларҙың эшселәре тап ошо дауаханаға килә, тәүге ярҙам ошонда күрһәтелә.
Читайте нас