Киләһе аҙнала ныҡлап һыуыта, тип вәғәҙәләй синоптиктар. Һалҡынға аптырамайбыҙ, ғаиләң менән йылы өйҙә ҡайнар аш, хуш еҫле сәй эсеп ултырыуы - үҙе бер кинәнес.
Ә бына ниндәйҙер сәбәп менән урамда тороп ҡалған өйһөҙ асарбаҡтарға ҡыш үтә лә ҡыйын. Ҡайҙан ашарға табырға, ҡайҙа ҡунырға белмәй аптырап йөрөгән меҫкендәр ҡышты нисек уҙғарыр?
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә асарбаҡтарға ярҙам итеү буйынса Республика комплекслы социаль үҙәге эшләй. Ул Колгуев урамындағы 29-сы йортта урынлашҡан, 8 (347) 279-44-96 номеры буйынса шылтыратырға ла була. 49 урынға иҫәпләнгән үҙәктә ниндәйҙер сәбәптәр менән документтарын, яҡындарын юғалтҡандарға ярҙам ҡулы һуҙалар. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр, шулай уҡ юридик, психологик ярҙам алырға, медицина тикшереүе лә үтергә мөмкин.
Билдәле булыуынса, Өфөлә "Ғаилә" республика ресурс үҙәге лә бар (СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 27/1). Ә райондарҙа уларҙың бүлексәләре эшләй.
Беҙгә иһә битараф үтеп китмәү, урамда өшөп-туңып йөрөгән кешеләргә ярҙам үҙәктәренең адрестарын әйтеп, юлды булһа ла өйрәтеп ебәреү фарыз.