Төрлө сәбәп арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме – Хөкүмәтебеҙ һәм район хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламай.
Күптән түгел Әбйәлил районында йәнә дүрт етем балаға фатир асҡыстары тапшырылды.
– Һәр кемдең өйлө булыуы – ҙур ҡыуаныс. Үҙ йортоғоҙҙа яратҡан ғаиләгеҙ менән йәшәргә, балалар үҫтерергә яҙһын. Һәр берегеҙгә йорт йылыһы теләйем, киләсәктә, быуын нығытҡас, хыялығыҙҙа йөрөткәнсә мөһабәт йорттар ҙа һалып сығырһығыҙ. Хәҙер иң мөһиме – кеше тупһаһында йөрөмәй, үҙ ҡыйғығыҙҙың булыуы шарт, – тине район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.
Әйткәндәй, районда “Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларға социаль ярҙам күрһәтеү” ҡарарына һәм “Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү” республика программаһына ярашлы маҡсатлы эш алып барыла. Районда йәнә 16 йорт төҙөләсәк.
Йәштәр исеменән рәхмәт һүҙе менән Зиләрә Йосопова сығыш яһаны. Ул район етәкселегенә, опека бүлегенә һәм йортто төҙөүселәргә оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Зиләрәнең шатлығын уртаҡлашырға уның опекуны – инәйе Зилә Ғайсина ла килгән.
– Быйылғы йыл Зиләрә өсөн уңышлы булды. Ҡыҙыбыҙ Сибай институтын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алды һәм өйлө булды. Үткән йыл ағаһы Вәсил дә йортло булыу бәхетен кисерҙе, туғандар бер-береһе менән аралашып йәшәр, уның өйөнөң һеңлеһенекенә яҡын булыуы күңелде күтәрҙе, – ти Зилә ханым.
Йортло булыусылар араһынан Гөлсибәр Кейекбаева менән Луиза Шәрәфетдинова – йәш әсәләр. Ғаиләле йәштәр өсөн торлаҡлы булыу – икеләтә шатлыҡ.
Ысынлап та, фатир асҡысы ғына түгел, оло тормошҡа бәхет асҡысы алған етемдәрҙең күңелдәрендә ниҙәр кисереүен ҡағыҙға һыйҙырыу мөмкин түгел. Ниһайәт, уларҙың да китек күңеленең бер өлөшө булһа ла тулыланды. Киләсәктә уларҙың һәммәһенә лә ошо матур йорттарында бәхетле сабый тауышы яңғыратып, донъялағы иң бәхетле ата-әсәй булып йәшәргә яҙһын!