Ир-атты көслө зат тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Улар физик яҡтан да, психологик яҡтан да нығыраҡ кеүек. Тик, ни эшләптер, тормошта ауырлыҡтар килеп тыуһа, айырыуса ул балалар проблемаһына бәйле булһа, бәғзе ирҙәр сүгә, ҡасыуҙы хуп күрә.
Һүҙ ҙә юҡ, инвалид бала тыуыуы - ғаилә өсөн ҙур бәлә. Иҫ китмәле ауыр һынауҙарҙың береһе. Әммә балаһын туғыҙ ай буйы йөрәге аҫтында йөрөткән әсә, ауырлыҡтың ҙур өлөшө уға төшһә лә, ғәзиз сабыйын ташламай. Ә бына атай...
Благовещен ҡалаһында йәшәгән ҡатын - ошоға сағыу миҫал. Ул өс малайға ғүмер биргән. Тик уларҙың барыһы ла ДЦП – церебраль балалар филажы тигән ҡурҡыныс диагноз менән тыуған. Көслө рухлы ҡатын бер сабыйын да ташламаған, уларҙы бар наҙын, йөрәк йылыһын биреп тәрбиәләүен дауам итә. Малайҙарҙың икеһенең сире айырыуса ауыр формала. Аталары иһә, өсөнсө бала ла инвалид булып тыуғас, ғаиләһен ҡалдырып киткән.
Ошо көндәрҙә был ғаилә менән билдәле блогер, армияла хеҙмәт иткән саҡта ике аяғын да юғалтҡан десантсы, кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев осрашҡан. Ул был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Яңғыҙ әсәгә сирле балаларын үҫтереүе нисек кенә ауыр булмаһын, ул төшөнкөлөккә бирелмәй, артабан йәшәүен дауам итә. Рөстәм уларға ҡунаҡҡа килеп танышҡан. Уны айырыуса өлкән малай Семен көткән икән. Ул да Рөстәм кеүек спорт менән шөғөлләнә. Үҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ишетмәй һәм бик насар күрә.
“Был ҡатынға һәйкәл ҡуйырлыҡ”, - ти Рөстәм. Һау балалар менән ауыр була, ә инвалидтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә инде был йөктө яңғыҙың тартһаң... Ысынлап һәйкәлгә лайыҡ бындай ҡатындар. Ныҡ бул, Әсә!