Социаль мәсьәлә
19 Ноября 2019, 16:05

“Барыбыҙ ҙа шаҡ ҡаттыҡ...”

Бүләк ишек төбөндә етемһерәп тормаясаҡ.

Тормошта һирәк осрай торған күренеш: район хакимиәте башлығы инвалид балаға велосипед бүләк иткән. Был призды малай "клубтың иң әүҙем ҡатнашыусыһы" булараҡ яулаған.
Баймаҡтағы “Өмөт бар” физкультура-спорт клубын инвалидтарҙы йәлеп итеү һәм реабилитациялау өсөн асҡандар. Өйҙән дә сыҡмаған, аралашмаған балаларҙың булыуын иҫәпкә алып, яңы проект уйлап табалар. Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Луиза Иванова әйтеүенсә, бер миллион һумлыҡ грант алғас, буш бина табып, үҙ көстәре менән йыһазландыралар. Клубҡа йөрөүселәрҙең иғтибарын арттырыу маҡсатында иң әүҙем балаға приз бирмәксе булалар. Тик был “иң әүҙем”дең балалар церебраль фалижына дусар Руслан булыуын баштарына ла килтермәйҙәр. Хатта приз тапшырырға килгән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та аптырашта ҡала. Йәмғиәттең командаһы бер тауыштан велосипедты Русланға бирергә ҡарар итә.
Руслан йөрөмәй, атларға өйрәнергә, үҙаллы булырға тырыша ғына. Үҙе велосипедта елдерә алмаһа ла, уның бер туғандары күп - Машкиндар ғаиләһендә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Тимәк, велосипед ишек төбөндә етемһерәп тормаясаҡ. Малай туғыҙынсы класты тамамлаған, ҡултыҡ таяҡтарында йөрөргә өйрәнгәс, колледжға уҡырға инергә теләй. Уға кресло-коляска тейеш булһа ла, үҫмер унан баш тартҡан.
"Дауахананан ҡайтһам, өйҙә өр-яңы велосипедты күреп, шаҡ ҡаттым, - ти әсәһе Ольга. - Әлбиттә, шатландыҡ, бүләк бер ҙә буш тормаҫ. Ә Русланға кеҫә телефоны алып бирәсәкбеҙ".
Фото Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас