Социаль мәсьәлә
26 Ноября 2019, 08:30

31 декабрҙә эшләйбеҙме?

Томск өлкәһе халҡы ял итә. Ә беҙ?

Дәүләт Думаһы депутаттары 31 декабрҙе ял көнө итеү фекерен хуплаған. Парламенттың Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты етәксеһе Ярослав Нилов белдереүенсә, йылдың һуңғы көнөн ял итергә мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, Томск өлкәһенең губернаторы Сергей Жвачкин ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтенесе буйынса 31 декабрҙе шәмбегә – 28 декабргә күсергән. Төбәк башлығы Яңы йыл байрамы алдынан өҫтәл әҙерләүҙә төп ауырлыҡ гүзәл заттарҙың иңенә төшә, ти.
Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар комитеты етәксеһе Тамара Плетнева губернаторҙың был ҡарарын хуплай. Депутат төбәк башлыҡтарының бындай ҡарар ҡабул итеүгә вәкәләттәре булыуы хаҡында белдерә. Тимәк, тиҙҙән күптәр 31 декабрҙә ял итә башлар әле.
Фото: golbis.com
Читайте нас