Баш ҡалабыҙҙа ҡаты ауырыуға дусар булғандар өсөн хоспис төҙөү хаҡында күптән һүҙ алып барыла.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ла социаль әһәмиәтле проектҡа бер көнлөк эш хаҡтарын күсереп, үҙ өлөшөн индерҙе.
Ошо көндәрҙә проектҡа Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов та ҡушылды.
Әлеге мәлгә хоспис төҙөлөшө өсөн 17 миллион 250 мең һум аҡса йыйылған. Социаль учреждение 2020 йыл аҙағына тиклем төҙөлөп тапшырыласаҡ тип күҙаллана.