Социаль мәсьәлә
29 Ноября 2019, 11:30

Бала табыу бүлеге кәрәкме?

Ведомствоның ҡулайлаштырыуға ҡағылған был яңылығы халыҡ араһында төрлө фекер тыуҙырған.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Благовещендағы үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлеге эшмәкәрлегенең йүнәлешен үҙгәртмәксе. Был мәсьәлә бинаға капиталь ремонт яһалғандан һуң хәл ителәсәк.
Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, дауаханала гинекология бүлеге һаҡланып ҡаласаҡ. Ә бала табыусы ҡатындарҙы, алдан планлаштырылғанса, баш ҡаланың 3-сө бала табыу йортона оҙатасаҡтар. Мәғлүм булыуынса, төҙөкләндереү эштәрен башҡарғандан һуң, был медицина учреждениеһы йылына биш мең самаһы буласаҡ әсәйҙе ҡабул итә аласаҡ, уға баш ҡаланың Калинин, Орджоникидзе, шулай уҡ Благовещен, Иглин, Нуриман райондарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар беркетеләсәк.
Әммә ведомствоның ҡулайлаштырыуға ҡағылған был яңылығы халыҡ араһында төрлө фекер тыуҙырған. Урындағы депутат Сергей Жаров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, Благовещендағы бала табыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре эштән киткән, ә ҡала халҡы власть органдарына мөрәжәғәт итмәксе, бүлекте һаҡлап ҡалмаҡсы.
Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта Благовещен үҙәк район дауаханаһында неонатолог һәм анестезиолог-реаниматолог юҡ. Уларһыҙ балалар табыу бүлегенең эшен көйләп булмай, был – заман талабы, ҡануниәт нигеҙендә лә билдәләнгән. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йөклөлөк осорон ауыр үткәргән һәм бәпестәрен ҡатмарлыҡтар менән тапҡан әсәләрҙе быға тиклем дә Өфөгә, мөмкинлектәре киңерәк дауаханаларға оҙатҡан булғандар.
Һандарға килгәндә, Благовещен районында 50 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың 35 меңе – ҡалала. Өфөнән Благовещенға тиклем – 50 саҡрым тирәһе, юл ваҡыты бер сәғәткә тиклем етә. Министрлыҡ белгестәре фекеренсә, бала табыу алдан планлаштырылған ғәмәл булғанға күрә, күпселек әсәйҙәр ваҡытынан алда уҡ баш ҡала дауаханаһына барып урынлашасаҡ.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас