-Беҙ был өлкәлә шәхси бизнестың эшләүе яҡлы, әммә беҙҙең шарттарҙа. Ә беҙҙең шарттар - граждандарҙың мәнфәғәттәре тигән һүҙ. Документтарҙы шул рәүешле әҙерләгеҙ: республикабыҙҙың баш ҡалаһында, миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Өфөлә бысраҡ, туҙған, тутыҡҡан, иҫкергән моделле техника булырға тейеш түгел. Урамдарҙа бары яҡшы сифатлы техника булырға тейеш. Конкурста яҡшы техникаһы менән ҡатнашырға, беҙҙең бөтә сервис бурыстарын үтәргә әҙер булған пассажир ташыусылар менән эшләйәсәкбеҙ. Кем әҙер түгел, тимәк, әлегә бурыстарҙы “Башавтотранс” башҡарасаҡ һәм башҡа компаниялар киләсәк,” – тип белдерҙе Радий Хәбиров.