Заман яңылыҡтарын туҡтатып булмай
Йәшәйешебеҙҙә ниндәй генә мөһим проблемалар булмаһын, уларҙы хәл итеү менән бер рәттән, халыҡтың һаулығын хәстәрләү – йәмғиәт өсөн иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе. Бының сере ябай: илдең киләсәге кешеләрҙең сәләмәтлегенә бәйле һәм был – медицина мәсьәләһе генә түгел, ә социаль-иҡтисади, сәйәси күренеш тә. Дәүләт халыҡтың һаулығын яҡшыртыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу өсөн күп аҡса түгә, һуңғы йылдарҙа тармаҡ тарихында бығаса булмаған киң яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән милли проекттар буйынса ла. Дауаханалар ҡиммәтле ҡорамалдар, технологиялар менән йыһазландырыла, заманса сәләмәтлек үҙәктәре булдырыла. Кадрҙарҙың әҙерлеген күтәреү, ауырыуҙарҙы иртә асыҡлап, сифатлы дауалау, халыҡты үҙ сәләмәтлегенә яуаплы ҡарарға күнектереү ҙә – төп йүнәлештәрҙән.
Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһы – республикалағы иң ҙур медицина учреждениеларының береһе, уның коллективы халыҡтың һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Зилә КУЗЬМИНА менән дауахананың эшмәкәрлеге һәм үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Дауахананың исеме үк бындағы эштең ифрат тынғыһыҙ икәнлеген әйтеп тора кеүек...
– Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһы – Өфө ҡалаһында ғына түгел, ғөмүмән, республикалағы иң ҙур һәм күп профилле дауалау-диагностикалау учреждениеларының береһе. Уның төп тәғәйенләнеше халыҡҡа түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүгә дәүләт гарантиялары нигеҙендә медицина ярҙамын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөн бында 810 урынға иҫәпләнгән 16 клиник, алты параклиника, дүрт реанимация-анестезиология бүлектәре эшләй. Тәүлек әйләнәһенә 18 операция блогы сафта, бер юлы ике тиҫтәгә яҡын операция яһалыуы ихтимал. Ғөмүмән, беҙгә эләккән пациенттарҙың 70 процентын “Ашығыс ярҙам” машинаһы килтерә. Уларға кисекмәҫтән медицина ярҙамы талап ителә. Кешеләр төрлө хәлгә эләгеүе бар: юл-транспорт ваҡиғаһы, бәхетһеҙ осраҡ, енәйәт ҡорбандары булһынмы йәки бәғзеләр үҙен насар тойһонмо. Балалар айырым иғтибар талап итә: төрлө вируслы, инфекциялы сирҙәрҙән тыш йығылған, ауыртынған, йәрәхәтләнгән, зарар күргән бәләкәстәр ҙә эләгә беҙгә.
Ошондай режимда эшләү хеҙмәткәрҙәрҙән һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, тиҙлек, хәлде аныҡ баһалау, пациенттың хәленә ҡарап, дөрөҫ процедуралар билдәләү кеүек сифаттарҙы ла талап итә. Дауахана йылына 67 меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Пациенттарҙың яртыһынан күберәге стационар шарттарҙа дауалана. Йылына меңдәрсәгә еткән операцияларҙың өстән бер өлөшө эндоскопия технологияһын ҡулланып, бәләкәй инвазивлы технология буйынса ғәмәлгә ашырыла. Заманса технологиялар медицинала йылдан-йыл киңерәк мөмкинлектәр аса, нейрохирургия, травматология һәм ортопедия, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы профилдәре буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
Һандарға килгәндә, йылына учреждениела 1900000 самаһы лаборатория тесы анализлана, 9000 рентген диагностикаһы тикшереүе үткәрелә, 149 000 самаһы ультратауыш һәм функциональ, 10000 тирәһе эндоскопик тикшереү яһала, пациенттар 270 000 физиотерапевтик һәм реабилитация процедураһы үтә.
– Учреждение эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләһәгеҙ ине.
– Медицина эшмәкәрлеге 15 профиль буйынса ғәмәлгә ашырыла. Учреждение Башҡортостан дәүләт медицина университетының ун кафедраһына – клиника базаһы, шулай уҡ урта медицина белемле хеҙмәткәрҙәр һәм фармацевтика белгестәре өсөн квалификацияны камиллаштырыу үҙәге лә булып тора.
Әлбиттә, дауахананың төп байлығы – беҙҙең кадрҙар. Бындағы белгестәрҙең квалификацияһы бик юғары. Хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны – 1163, уларҙың 275-е – табиптар. Улар араһында “Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы” исеменә – бер, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исеменә 16 кеше лайыҡ булған. “Республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем 26 белгескә бирелгән, Рәсәй кимәлендәгеһе – дүртәүгә. Белгестәр араһында биш медицина фәндәре докторы, 35 медицина фәндәре кандидаты эшләй. 93 табип – юғары, 37-һе – беренсе, 22-һе икенсе категорияға эйә.
Урта медицина белемле хеҙмәткәрҙәргә килгәндә, дауаханала уларҙың һаны 530-ға тиң. Уларҙың өс тиҫтәнән ашыуы республиканың юғары наградаларына лайыҡ, ғөмүмән, барыһы ла юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә профессионалдар.
Дауахананың матди-техник базаһы даими яңыртылып тороу сәбәпле, татыу коллективтың эше ырамлы, ыңғай бара. Балаларҙың һаулығын һаҡлау йәһәтенән дә республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә маҡтанырлыҡ һөҙөмтәләре етерлек.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡан тамырҙары сирҙәре, инсульт йәмғиәтебеҙҙең йыш күренештәренең береһенә, һаулыҡ һаҡлау тармағының төп проблемаларының береһенә әүерелде...
– Килешәм. 2009 йылдан дауахана базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге ойошторолдо, ул әле лә уңышлы эшләй. Был – заман талабы, сөнки статистика күрһәткестәре буйынса йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәренән Рәсәйҙә яҡты донъя менән хушлашыусылар беренсе урында тора. Сәбәптәре төрлө: экология проблемалары, дөрөҫ туҡланмау мәсьәләһе, йәшәү рәүеше, стрестарҙың артыуы һәм башҡалар ҡан тамырҙары сирҙәрен аҙҙыра. Тағы ла шуныһы: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡтың менталитеты ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә түгел, ә сир көсәйеп, үҙен белгертә башлағас, дауаланыуға йүнәлтелгән. Иҫкәртеү медицинаһын үҫтереү – медицина тармағының төп бурыстарының береһе.
Йәмғиәттә инсульт сиренә дусар булыусылар һаны артҡанын, был күренештең сағыштырмаса йәш кешеләр араһында ла йыш осрауын билдәләү фарыз. Баш йәки арҡа мейеһенең ҡан әйләнешенең патологик процесс һөҙөмтәһендә киҫкен боҙолоуы, үҙәк нервы системаһының зарарланыу симптомдарының тотороҡло үҫеше “инсульт” тип атала. Был хәл кешенең һәм уның яҡындарының тормошон тулыһынса үҙгәртеүе, хатта бик аяныслы һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал. Юҡҡа ғына сирҙе “тамырҙар һәләкәте” тип атамайҙар.
Был патология көтмәгәндә баш мейеһен туҡландырған артерияның береһенә ҡан килеү туҡтауҙан башлана. Һөҙөмтәлә мейе эшмәкәрлеге боҙола, уның туҡымаһы үҙгәрештәр кисерә.
Инсульт ике төргә бүленә. Геморрагик инсульт – баш мейеһенә ҡан һауыу. Ул юғары ҡан баҫымы һөҙөмтәһендә ҡан тамырҙарының зарарланыуынан барлыҡҡа килә. Ҡан мейе туҡымалары араһына тула, гематома хасил була.
Ишемик инсульт мейенең ҡан әйләнеше боҙолоуға бәйле. Ғәҙәттә, мейегә ҡан килеүе ауырлаша йәки ҡайһы бер бүлектәренә бөтөнләй килеүҙән туҡтай. Статистика буйынса, тап инсульттың ошо төрө киң таралған – барлыҡ осраҡтарҙың 75-80 проценты.
Инсульт көтмәгәндә килтереп һуғыуы менән ҡурҡыныс. Шуныһы аяныслы: элегерәк был патология, нигеҙҙә, оло кешеләрҙә осраһа, хәҙер килеп аяуһыҙ сир йылдан-йыл “йәшәрә”: 40 йәшкә тиклемгеләрҙең инсультҡа дусар булыуы ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Һәр кем инсульт ихтималлығын арттырған сәбәптәрҙе белергә тейеш: юғары ҡан баҫымы; ҡан тамырҙары, ҡан сирҙәре; тамыр эсендә тромб хасил булыуы; оҙайлы стресс; йоҡо артерияларында холестерин өлөшсөләре барлыҡҡа килеү; нәҫелдән күсәгилешлек; тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кеүек насар ғәҙәттәр (улар ҡан тамырҙарының һәм йөрәктең таушалыуына килтерә), артыҡ тән массаһы; аҙ хәрәкәт итеү һәм башҡалар. Әгәр ҙә үрҙә телгә алынған күренештәр күҙәтелә икән, инсульт ихтималлығы бермә-бер арта.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: инсультҡа шик була икән, кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға һәм дауаханаға барырға кәрәк. Был сир яйлағанды яратмай, сирленең хәл-торошо бик тиҙ үҙгәрә, үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуы организмда төҙәтеп булмаҫлыҡ үҙгәрештәргә килтереүе бар. Пациент туҡтауһыҙ күҙәтеү аҫтында булырға, уға барлыҡ төрлө тикшереү үткәрелергә, кисекмәҫтән дауалау курсы билдәләнергә тейеш.
– Диагноз ҡуйыу өсөн ниндәй тикшереүҙәр мөһим?
– Беҙҙең дауахана – Башҡортостандың иң ҙур дауалау-профилактика учреждениеларының береһе һәм бында төрлө йүнәлешле профилдәге белгестәрҙең төплө консультацияһын алырға мөмкин. Үрҙә телгә алынған Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге тап ошо маҡсатта эшләй ҙә. Беҙҙең учреждениела диагностикалауҙың мөмкинлектәре киң: клиник лаборатор, бактериологик тикшеренеүҙәрҙең барлыҡ төрҙәре, нур, ультратауыш, функциональ диагностика алымдары, эндоскопия, компьютер томографияһы ярҙамында аныҡ диагноз ҡуйыла. Барлыҡ йүнәлештәр буйынса тәүлек әйләнәһенә стационар ярҙам күрһәтелә, диагностика ла иң бәләкәй ваҡыт арауығында башҡарыла. Унан тыш, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 2019 – 2020 йылдарҙа учреждениела юғары технологиялы ҡоролмалар һатып алынасаҡ, булғандары яңыртыласаҡ, шул иҫәптән ангиограф, томограф, магнит-резонанс томографы һәм башҡалар.
Инсультҡа дусар кешене ҡотҡарыу өсөн уртаса 45 минут ваҡыт бар, ошо арала диагнозды билдәләп, кисекмәҫтән дауалау процесын башларға кәрәк. Юғары технологиялы заманса ҡорамалдар ошо талаптарға яуап бирә, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтә һәм теүәлерәк итә.
Унан тыш дауаханала йөрәк-ҡан тамырҙары патологиялы ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн бүлектәр ҙә уңышлы эшләй. Уларҙа сирлеләрҙе дауалау һәм әүҙем тормошҡа ҡайтарыу өсөн медицинаның заманса технологиялары һәм ҡаҙаныштары ҡулланыла. Һандар теле менән әйткәндә, былтыр учреждениела мейеләге ҡан әйләнеше киҫкен боҙолоуға бәйле 1218 пациентҡа, киҫкен миокард инфарктына дусар 810 кешегә ярҙам күрһәтелгән, ишемик инсульттың иң киҫкен осоронда локаль эндоваскуляр трансартериаль тромбоэкстракция операциялар яһау ҙа уңышлы ҡулланыла башланы. Ябай тел мәнән әйткәндә, һәр статистик мәғлүмәт һәм һандар нигеҙендә тынғыһыҙ фиҙакәр хеҙмәт, профессионалдар тарафынан ваҡытында асыҡланған сирҙәр һәм ҡотҡарылған меңдәрсә ғүмерҙәр тора.
– Дауахана нигеҙендә I кимәлдәге Травматология үҙәге эшләүе мәғлүм. Уның эшмәкәрлеге менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Үҙәк 2012 йылдан уңышлы эшләй, беҙҙең белгестәр травматология йүнәлеше буйынса ярҙам талап иткән һәм юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнгән граждандарға махсуслаштырылған юғары технологиялы ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ беҙҙең учреждениела өсөнсө муниципаль-ара медицина округтарынан килтерелгән пациенттар ҙа медицина ярҙамы ала. Былтыр ошо йүнәлеш буйынса 11 мең кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Үҙәктең эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – аварияларҙа йәрәхәтләнгән кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм фажиғә эҙемтәләрен кәметеү.
– Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһын башҡа медицина учреждениеларынан айырып торған ниндәй ғәмәлдәр бар?
– Дауахана ойошторолған осорҙан башлап заманса медицина технологияларын файҙаланыу, һөнәри йүнәлешле яңы маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса Башҡортостанда әйҙәүсе дауалау учреждениеларының береһе булып тора. 2007 йылда коллективыбыҙ эске ағзалар хирургияһында заманса эндоскопия һәм бәләкәй инвазивлы технологияларҙы уңышлы ғәмәлгә ашырғаны өсөн Башҡортостандың Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Шулай уҡ республикала сәләмәтлек һаҡлауға һәм медицина фәнен үҫтереүгә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй һәм республика хөкүмәттәренең, шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенең дипломдары һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Дауахана “Бөтә Рәсәй Почет китабы”на һәм “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы” Бөтә Рәсәй милли регистрына индерелгән. Был да коллективтың юғары профессиональ талаптарға яуап биргәнен, һәр белгестең эшен еренә еткереп башҡарғанын иҫбатлай. Әммә заман яңылыҡтарын туҡтатып булмай, медицина тармағы йылдам үҫешә, мөмкинлектәр киңәйә, тимәк, кешеләрҙең һаулығын һаҡлау, сәләмәтлеген хәстәрләү йәһәтенән дә ыңғай һөҙөмтәләр көттөрмәйәсәк.
Беҙҙең дауахананы башҡа медицина учреждениеларынан айырып торған төп үҙенсәлеге, исеменән үк күренеп тороуынса, халыҡҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү. Был үтә тынғыһыҙ, яуаплы йүнәлеш буйынса һөнәрен яратмаған, битараф кешеләр эшләй алмай. Тиҙлек, күрһәтелгән хеҙмәттең сифаты – бына ошо ғәмәлдәр эшмәкәрлегебеҙҙең нигеҙен билдәләй. Әлбиттә, берҙәм системаны тәшкил иткән оло организмда – бер үк ваҡытта йөҙҙәрсә кеше эшләгән, меңдәрсәһе дауаланған учреждениела проблемалар ҙа юҡ түгел. Әммә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, беҙҙең коллектив граждандарҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала, һөнәри бурыстарын еренә еткереп үтәй. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең рәттәрҙә “Ашығыс ярҙам” дауаханаһының тынғыһыҙ тормошон үҙ иңендә кисергән, медицинаға мөкиббән ғашиҡ кешеләр генә эшләй ала, тип иҫәпләйем.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!