Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә беренселәрҙән сафҡа ингән “Красная Башкирия” хужалығының Фәүҡинур Солтанова исемендәге Һамар һөт-тауар фермаһының роботлаштырылған булыуы хаҡында алдан яҙып үткәйнек.
“Красная Башкирия” йәмғиәте рәйесе Раил Фәхрисламовтың йәнә бер эше һоҡланыуға лайыҡ. Уның башланғысы менән фермала эшләгән белгестәргә торлаҡ төҙөлә башлаған. Электән торған ике ҡатлы бинаға капиталь ремонт үткәрелгән, эстән дә бар уңайлыҡтар булдырыласаҡ. Эшселәр өсөн балконы булған бер бүлмәле өс фатир сафҡа инәсәк. Һәр береһенең дөйөм майҙаны 50 квадрат метр тәшкил итә. Беренсе ҡатта гараж төҙөлә.
Раил Салауат улы әйтеүенсә, белгестәр киләсәктә машиналы ла буласаҡ, шуға күрә алдан бар уңайлыҡтар тыуҙырыла. Йәшәү һәм эш шарттары яҡшы булғанда ғына кеше хеҙмәткә бар һәләтен, көсөн һала. Ә кеше өсөн иң мөһиме шул.
Совет осоронда нығыныу алған, замандан бер аҙым алда атлаған, һәр саҡ яңы алымдар ҡулланып, юғары уңыштарға өлгәшкән маҡсатлы етәксе Раил Фәхрисламовтың был аҙымы маҡтауға һәм хуплауға лайыҡ.
Фото: Таңсулпан Минһажетдинова.