Социаль мәсьәлә
3 Декабря 2019, 11:07

Заман шарттарына яраҡлаштырып

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Благовещендағы үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлеге эшмәкәрлегенең йүнәлешен үҙгәртмәксе. Был мәсьәлә бинаға капиталь ремонт яһалғандан һуң хәл ителәсәк.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Благовещендағы үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлеге эшмәкәрлегенең йүнәлешен үҙгәртмәксе. Был мәсьәлә бинаға капиталь ремонт яһалғандан һуң хәл ителәсәк.


Ведомствола хәбәр итеүҙә­ренсә, дауаханала гинекология бүлеге һаҡланып ҡаласаҡ. Ә бала табыусы ҡатындарҙы, алдан план­лаш­тырылғанса, баш ҡаланың 3-сө бала табыу йортона оҙата­саҡ­тар. Мәғлүм булыуынса, тө­ҙөклән­дереү эштәрен башҡар­ғандан һуң, был медицина учреж­дениеһы йылына биш мең самаһы буласаҡ әсәйҙе ҡабул итә аласаҡ, уға баш ҡаланың Калинин, Орджоникидзе, шулай уҡ Благовещен, Иглин, Нуриман райондарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бер­кетеләсәк.


Әммә ведомствоның ҡулай­лаштырыуға ҡағылған был яңы­лығы халыҡ араһында төрлө фекер тыуҙырған. Урындағы депутат Сергей Жаров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, Благовещендағы бала табыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре эштән киткән, ә ҡала халҡы власть органдарына мөрәжәғәт итмәксе, бүлекте һаҡлап ҡалмаҡсы.


Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта Благовещен үҙәк район дауаханаһында неонатолог һәм анестезиолог-реаниматолог юҡ. Уларһыҙ балалар табыу бүлегенең эшен көйләп булмай, был – заман талабы, ҡануниәт нигеҙендә лә билдәләнгән. Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йөклөлөк осорон ауыр үткәргән һәм бәпестәрен ҡатмар­лыҡтар менән тапҡан әсә­ләрҙе быға тиклем дә Өфөгә, мөмкин­лектәре киңерәк дауаханаларға оҙатҡан булғандар.


Һандарға килгәндә, Благовещен районында 50 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың 35 меңе – ҡалала. Өфөнән Благовещенға тиклем – 50 саҡрым тирәһе, юл ваҡыты бер сәғәткә тиклем етә. Министрлыҡ белгестәре фекеренсә, бала табыу алдан планлаштырылған ғәмәл булғанға күрә, күпселек әсәйҙәр ва­ҡытынан алда уҡ баш ҡала да­уаханаһына барып урынлашасаҡ.
Читайте нас