Социаль мәсьәлә
4 Декабря 2019, 05:57

Тормош йырланмаған йыр кеүек

– Ғүмер буйы мәктәп тормошо, балалар яҙмышы менән йәшәгәс, миңә инвалидтар ойошмаһына етәкселек итеп алып китеү ауыр тойолманы, – ти Гөлшат Киленбаева. – Кешеләрҙе яратырға кәрәк, һәйбәт мөнәсәбәтте тойғандар үҙҙәре үк йәмәғәт эшендә ҡатнашырға ғына тора.

“Күптәр беҙҙән көнләшә”


– Ғүмер буйы мәктәп тормошо, балалар яҙмышы менән йәшәгәс, миңә инвалидтар ойошмаһына етәкселек итеп алып китеү ауыр тойолманы, – ти Гөлшат Киленбаева. – Кешеләрҙе яратырға кәрәк, һәйбәт мөнәсәбәтте тойғандар үҙҙәре үк йәмәғәт эшендә ҡатнашырға ғына тора.


Һәр һорау – иғтибар үҙәгендә


Күгәрсен районының инвалидтар ойош­маһы рәйесе Гөлшат Александровна мәк­тәп­тә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, профессия һә­ләте һәм күнекмәләре яңы эшендә лә бик ныҡ ярҙам иткән. Тәүге “сир­ҡаныуҙы” эш башлау менән инвалид балалар өсөн һабантуй үткәргәндә алырға тура килә.


– Тәүге көндән үк район хакимиә­те­нең эште ойоштороуҙа ярҙамын тойҙом. Приздар алыуҙа, транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙә бер ниндәй ауырлыҡтар булманы. Йыл һайын инвалид балалар өсөн Шыршы байрамдарын күңелле итеп ойошто­ра­быҙ. Ошо категорияға ингән 140-тан ашыу бала беҙҙең ҡарамаҡта. Исемлек буйынса шылтыратып, хәл­дәрен белеп, сараларға саҡырабыҙ, пе­диатрҙар менән тығыҙ бәйләнеш­тәбеҙ. Беҙгә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы инвалидтарҙы реабилитациялау һәм абилитация буйынса шәхси программаларҙы ебәреп тора, – ти ойошма етәксеһе.


Быйыл Театр йылына арналған “Прикосновение” оҫталыҡ конкурсында күгәрсендәр командаһы әүҙем ҡатнашып, приздар яулауға өлгәш­кән. Декабрь башында улар, күмәк­ләп Өфөгә барып, берлектәге хеҙ­мәттәре өсөн бүләк аласаҡ. Республика, зона, район ярыштары, кон­курс­тары, оҫталыҡ дәрестәре бул­һынмы, улар бер саранан да ситтә ҡалмай. Районда ике меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә, араларында ауыр хәлдәгеләре лә, паллиатив ярҙамға мохтаждары ла бар. Кемгәлер йылы һүҙ, кемгәлер рухи аҙыҡ кәрәк, матди ярҙамға мохтаждар ҙа булғылап тора. “Изге йөрәк” тип аталған ирек­мән­дәр хәрәкәте етәксеһе Лилиә Ра­фиҡова ла ошо мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа әүҙемлек күрһәтергә һәр саҡ әҙер.


– Йыл һайын район хакимиәте ойош­ма эшмәкәрлеген йәнлән­де­реүгә 400 мең һум аҡса бүлә. Ниндәй генә үтенес менән барһаң да, кире бороп сығарғандары юҡ, инвалидтар мәсьәләһенә ҡағылған һәр һорау – иғтибар үҙәгендә. Беҙгә хатта башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙ ҙа берсә көнләшеп, берсә һоҡланып ҡарай, – ти Гөлшат Киленбаева.


“Белмәгән-күрмәгән уйында приз яуланыҡ”


Ойошма ағзалары яңыраҡ Бай­маҡ ҡалаһында үткән яңы өҫтәл уйындарында ҡатнашҡан. “Үҙебеҙҙә был уйындарҙы күргән дә юҡ ине, әммә бәйгелә ҡатнашып, өр-яңы тәьҫораттар алып ҡайтҡы килде. Республика ярыштарында әүҙемлек, саялыҡ күрһәтеп, Күгәрсен коман­даһы өсөнсө урынды яулауға өлгәште”, – ти ойошма етәксеһе.


– Ул ниндәй “беҙ белмәгән-күр­мә­гән” уйындар һуң ул, Гөлшат Александровна?


– Эйе, күңелебеҙгә бик ятты был боронғо, сит-ят тойолған спорт төрҙәре. Шул тиклем оҡшаны, хатта беҙ ошо уйындарға грант алыуға проект әҙерләп ятабыҙ. Ҡыҫҡаса ғына таныштырып китәйем әле, бәлки, беҙҙең кеүек ошо өҫтәл уйындарына ҡыҙығыусылар булыр. Джакола – өҫтәл өҫтөндә уйнай торған уйын, ағас шайбаларҙы таҡталағы махсус лузаларға төшөрөргә кәрәк. Был уйын бынан ике быуат элек Голландияла киң таралған булған, аҙаҡ башҡа илдәрҙә популярлыҡ яулаған. Әле лә ул барҙарҙа күңелле компаниялар йыйылған ерҙә халыҡты әүрәтә, ҡыҙыҡтыра. Төрлө йәштәге кешеләр уны рәхәтләнеп, ирәүәнләп уйнай, хатта командалар араһында чемпионаттар уҙғарыла.


Шаффиборд уйынында физик көс ҡулланыу кәрәкмәй, күҙҙең үткер­леге, иғтибарлыҡ һәм йыйнаҡлыҡ талап ителә. Англияла тыуған был мауыҡтырғыс уйынды беҙҙә лә яраталар, кинәнеп уйнайҙар, шуға күрә уны йәштәр менән бер рәттән өлкәндәр ҙә уйнай ала. Тағы ла бер өҫтөнлөгө бар: керлинг уйынына оҡшашлығы булһа ла, шаффиборд өсөн боҙ майҙансығы ла, ҡиммәтле инвентарь ҙә кәрәкмәй. Шуға күрә ул күп халыҡ ҡатнашлығында үтә торған уйынға әүерелде. Ивус та – ярышҡа ҡоролған ылыҡтырғыс уйын төрҙәренең береһе.


“Аҙашмабыҙ юлдарҙа йондоҙҙарыбыҙ булғанда”


Армрестлинг спорты буйынса республика чемпионы Любовь Яцуктың быйыл Театр йылына арналған конкурста “Иң яҡшы актер” номина­цияһында еңеүенә һөйөндөк. “Кавказ тотҡоно” кинокомедияһында Юрий Никулин башҡарыуындағы Балбес ролен оҫта итеп уйнап, жюри һөйөүен яулаған.


– Ирҙәрҙең ҡулынан килмәгән күп эште беҙҙең Любовь булдыра, – тип ғорурлана Гөлшат Александровна. – Туризм буйынса ойошторолған слетта палатка ҡороп, барыһын шаҡ ҡатырҙы. Гамак, йорт йыһаздары, ҡорамалдар эшләү, төҙәтеү – бөтәһе лә ҡулынан килә. Ә йырлағанын ишетһәгеҙ… Хайран булырһығыҙ!


Ә Илгиз Ишмөхәмәтов – коман­даның уң ҡанаты. Оҫта ойоштороу­сы, хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан һал­датты барыһы ла хөрмәт менән тыңлай, кәңәшенә ҡолаҡ һала. Ул – беҙҙең команданың талисманы, юл күрһәтеүсе яҡты йондоҙобоҙ, ҡайҙа ғына, ниндәй генә ярышта ҡатнаш­майыҡ, Илгиз булған ерҙә уңыш бар.


Ниндәй генә спорт ярыштары үтмәһен, уларҙы Радмил Солтанморатовтан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Бөтә яҡтан да килгән спортсы ул: йөҙөү, йүгереү, гер күтәреү тиһеңме, туристик слеттарҙа ҡатнашыумы…


Ойошма етәксеһе әйтеүенсә, район эшҡыуарҙары инвалидтар тормошон йәнләндереүгә үҙ өлөштәрен ҙур теләк менән индерә. Мәҫәлән, Эльвира Рауилова, ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, һәр саҡ аҡсалата ярҙам итә. Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре ҙур залдарын төрлө матур саралар ойоштороуға бер һүҙһеҙ ойошма ҡарамағына бирә. Ошо арала ғына күгәрсендәр шашка буйынса ойошторолған республика ярыштарында ҡатнашҡан, декабрь урталарында армрестлинг һәм өҫтәл спорты уйындары буйынса Учалыла үтәсәк республика ярыштарына әҙерлек алып бара. Изге эштәр, яҡты юлдар насип итһен һеҙгә, мөмкинлектәре лә, рухтары ла сикләнмәгән егет-ҡыҙҙар!


Илшат ЯМАЛОВ фотолары.
Читайте нас