“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Сибай ҡала дауаханаһы автопаркын медицина техникаһы менән тулыландырыу дауам итә.
Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, “КамАЗ”да урынлашҡан күсмә һанлы флюогрография кабинеты алынды.
Тәгәрмәсле өр-яңы флюоромобилдә тын юлдары сирҙәрен асыҡлау, төрлө яҡлап тикшереү өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырылған. Был заманса медицина комплексы Сибай халҡын ғына хеҙмәтләндермәйәсәк, ә ҡала дауаханаһына ҡараған күрше райондарға ла барып етәсәк. Шулай уҡ уның ярҙамында халыҡҡа диспансеризация үткәреү мөмкинлеге лә ҡаралған.
Фото Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.