Башҡортостан Хөкүмәтендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә компенсацияны граждандарҙың сығымдарына ҡарап түләүгә күсеүҙе планлаштыралар. Был, ысынлап та, ғәҙел аҙым буласаҡ. Элек ул хаҡ стандарттары буйынса иҫәпләнде. Бында һүҙ граждандарҙың льготаға эйә категориялары хаҡында бара.
Закон проекты әлегә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағына тапшырылмаған. Шулай ҙа Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында башланғыстың закон көсөнә инеүенә ышаныс менән ҡарайҙар. Бының өсөн Ҡоролтай депутаттары уны 19 декабрҙә үтәсәк йомғаҡлау ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итергә тейеш. Шул саҡта яңыса компенсация түләүҙәр 2020 йылдың 1 июленән башланасаҡ.
2009 йылға тиклем льготаға эйә булыусылар коммуналь хеҙмәттәргә ярты хаҡ ҡына түләне. Ташламаларҙы аҡсалаштырыуҙан һуң компенсация күләме кәмене.”Әгәр закон ҡабул ителһә, 2020 йылдың июленән чернобылсыларға, ветерандарға, инвалидтарға коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙың 50 процентын ҡаплаясаҡтар, күп балалыларға – 30, ауылда йәшәүсе дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә 100 процентын”, - тине министрлыҡтың матбуғат секретаре Роза Кузьменко.