Социаль мәсьәлә
9 Декабря 2019, 12:00

Һәр кемдең дә эше булһын

Башҡортостанда йәшәгән хеҙмәткә яраҡлы йәштәге 74 мең инвалидтың 16,5 меңе (22 проценты) эш менән мәшғүл.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, Башҡортостанда йәшәгән хеҙмәткә яраҡлы йәштәге 74 мең инвалидтың 16,5 меңе (22 проценты) эш менән мәшғүл.
Республикала инвалидтарға эш урындары булдырыу һәм уларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу эше дауам итә. Эш биреүселәрҙең ошо маҡсатҡа киткән сығымдары ҡаплана, шул иҫәптән инфраструктура һәм яңы хеҙмәткәрҙәрҙе адаптациялау өсөн.
2010 йылдан һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ике мең эш урыны булдырылған, быйыл иһә 125 хеҙмәт урыны булдырыу өсөн 11 миллион һум аҡса бүленгән.
2019 йылдан, әгәр ойошма хеҙмәткәрҙәренең яртыһы инвалид икән, уларҙың хеҙмәт хаҡын түләү сығымдары ҡайтарыла. Был сумма айына бер кешегә 8,4 мең һумдан тура килә. Дөйөм алғанда, ошо маҡсатҡа 10,1 миллион һум тотоноу планлаштырыла.
Республика Башлығының “сентябрь” указына ярашлы, киләһе бер нисә йылда инвалидтарҙың көндөҙгө файҙалы мәшғүллеге өсөн 30 үҙәк булдырыласаҡ. Уларҙың өсәүһе 2020 йылда асылырға тейеш.
– Һеҙҙең министрлыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн күп маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра. Ҡайһы бер ғәмәлдәрегеҙ Рәсәй Хөкүмәтенең, федераль үҙәктең хуплауын тапты, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас