Социаль мәсьәлә
10 Декабря 2019, 11:30

Тау Мөхәмәткә бармаһа...

Яңауыл районы етәкселеге йәштәрҙе тыуған төйәгенә йәлеп итеүгә ҙур әһәмиәт бирә.

“Тау Мөхәмәткә бармаһа, Мөхәмәт үҙе тауға бара...” тип шаяртыу ҡатыш яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар менән ойошторолған осрашыу хаҡында хәбәр итеп.


Бөгөн был юғары уҡыу йортонда Яңауыл тарафтарынан 50 студент белем ала, уларҙың 31-е – маҡсатлы йүнәлтмә буйынса. “Әгәр улар ошо килеш, йәғни тулы составта тыуған төйәгенә эшкә ҡайтып төшһә, райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе шунда уҡ хәл ителер ҙә ҡуйыр ине”, – ти Илшат Әғзәм улы.
Студенттар менән осрашыуҙа хакимиәт башлығы менән бергә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Морат Авзалов та ҡат­нашты. Етәкселәр төбәктең социаль-иҡтисади хәле, ҡаҙаныштары һәм хәл итәһе мәсьәләләре, килә­сәккә үҫеш йүнәлештәре тураһында һөйләне.
Сараның төп маҡсаты тәү сиратта, әлбиттә, йәштәрҙе тыңлау­ға, уларҙың фекерен ишетеүгә ҡайтып ҡалды. Улар тыуған яғына эшкә, йәшәргә ҡайтырға йыйынамы? Ниндәй теләктәре, тәҡдим­дәре бар? Һәр кем ошолар хаҡында үҙ фекерен, борсоған һорауын еткерә алды. Буласаҡ йәш белгестәр торлаҡ алыу, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, ер биләмәләре бүлеү кеүек һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды.
– Район хакимиәте етәкселеге эшкә килгән табиптарға өҫтәмә социаль ярҙам саралары күрһәтеү буйынса үҙ иңенә алған барлыҡ бурыстарҙы лайыҡлы үтәп килә, – тип белдерҙе Илшат Вәзиғәтов.
Баш табип Морат Рәзил улына тәғәйен һорауҙар ҙа күп кенә булды. Студенттар ниндәй йүнә­лештәге белгестәр кәрәклеге, эш шарттары, хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
Ғөмүмән, район етәкселеге тарафынан йәштәрҙе тыуған төйәген яратҡан, киләсәген тап ошо ер менән бәйләргә теләгән шәхестәр итеп тәрбиәләү йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барыла. Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа йәш быуын ҙур ҡалаларҙа уҡыуҙы, шунда уҡ төпләнеүҙе хуп күрә. Был осраҡта нимә эшләп була һуң? Өгөтләүҙән файҙа аҙ. Иң дөрөҫ юл – ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән яңы эш урындары булдырыу. Шулай уҡ йәштәрҙең аңына, бөгөн теләк булғанда, ауылда ла ҡаланыҡынан кәм булмаған шарттарҙа йәшәп була, тигән фекерҙе еткереү. Хакимиәт башлығы Илшат Әғзәм улы хаҡ әйтә: “Районды үҙебеҙҙең кешеләр кеүек бер кем дә ярата алмай. Тимәк, тап ошонда тыуып үҫкәндәр генә Яңауылға күңел йылыһын күберәк бирәсәк”.
Район етәкселеге йәштәрҙә ауыл хужалығы тармағы һөнәрҙә­ренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, урта һөнәри белем биреүҙе һаҡ­лау һәм үҫтереү буйынса ла маҡ­сатлы эшләй. Хакимиәт башлы­ғының Нефтекама күп профилле колледжының Прогресс филиалы коллективы менән ойошторолған осрашыуҙа ҡатнашыуы ла ошоға дәлил. Һөйләшеү барышында райондың һәм күрше төбәктәрҙең сығарылыш класс уҡыусыларын урындағы һөнәри техник уҡыу йорттарына йәлеп итеү, бөгөн филиал алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү кеүек һорауҙар ҡаралған, уҡыу йортоноң артабанғы үҫеш йүнәлештәре билдәләнгән.


Яңауыл районы.
Читайте нас