Социаль мәсьәлә
13 Декабря 2019, 13:30

Күп балалы әсә танытмаһы ташламаларға һәм льготаларға хоҡуҡ бирә

Күп балалы әсә танытмаһы төрлө ташламаға хоҡуҡ бирә. Бында ғаиләнең аҙ тәьминәтле булыуы йә булмауы мөһим түгел.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә танытма тапшырыу башланды. Әммә барыһы ла уның ниндәй мөмкинлектәргә юл асҡанын белеп бөтмәй. Был хаҡта Республика Башлығының социаль селтәрҙәге битендә лә һорау биреүселәр бар.
– Күп балалы әсә танытмаһын алдым. Тик ул миңә нимә бирә? Беҙ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр иҫәбенә инмәйбеҙ. Ә льготалар тап шул категорияға ҡарағандарға ғына биреләме? – тип ҡыҙыҡһынған, мәҫәлән, бер әсә.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белгесе Роза Кузьменко был һорауға яуап әҙерләгән:
– Күп балалы әсә танытмаһы төрлө сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә, театрҙарҙа, кинотеарҙарҙа, музейҙарҙа ташламаға хоҡуҡ бирә. Бында ғаиләнең аҙ тәьминәтле булыуы йә булмауы мөһим түгел. Әле былтыр уҡ, Ғаилә йылында, беҙҙең министрлыҡ “Ғаилә тарифы” тигән проектты тормошҡа ашырғайны, унда муниципалитеттар әүҙем ҡатнашты. Сибай, Күмертау ҡалалары, Белорет, Краснокама, Нуриман райондары иң әүҙеме булып сыҡты, унда ғаилә тарифтары менән халыҡ күп файҙаланды. Ошондай уҡ йүнәлешле проектты быйыл йәй “Өлгө ал” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тормошҡа ашыра башланы. Проекттың маҡсаты – төрлө мәҙәни усаҡтарҙа, сауҙа нөктәләрендә күп балалыларға ташламалар яһаусыларҙы асыҡлау. Әйтергә кәрәк, Өфөлә ундай ойошмалар бихисап. Улар хаҡындағы теүәл мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә #семьяэтовыгоднобашкортостан хештегын йыйып, табырға мөмкин. Был проектта теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләгә ташлама яһаған музей һәм магазинды осратһағыҙ, үрҙәге хештег менән мәғлүмәтте социаль селтәргә өҫтәргә була. Унан тыш, бөгөн Өфө һәм республика биләмәһендә күп балалыларға ташламалар һәм льготалар биреүсе ойошмалар, ҡыҙыҡлы акциялар тураһындағы мәғлүмәтте https://www.семьярб.рф/ адресы буйынса Башҡортостандың ғаилә порталында табырға мөмкин.
Фото: subsidii.net
Читайте нас