Яңыраҡ “Работа.ру” эксперттары өфөләрҙең ике йөҙ меңдән ашыу резюмыһына анализ яһаған. Һығымта шундай: эш эҙләгән кешенең өстән бер өлөшө баш ҡаланы ташлап, теләһә ҡайҙа, тик яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән ергә китергә әҙер.
Аналитиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡының 31 проценты төшөмлө эш тәҡдим итеүҙәре менән шунда уҡ юлға сығасаҡ. Өфөләр өсөн Германияла байтаҡ вакансиялар бар. Шарты бер: юғары медицина белемең булыу мотлаҡ. Үҙебеҙҙең илдә лә юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары етерлек икән. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында айына 160 мең һум аҡса түләгән компаниялар бар, тиҙәр. Бындай мул аҡсаны фатирҙарға, учреждениеларға ишек ҡуйыусыларға түләйәсәктәр.