Әлшәй районында байрамдар, спорт ярыштары, конкурстар йыш булып тора. Республика кимәлендәге турнирҙарҙың ниндәй юғары әҙерлек менән үткәнен дә күреп барабыҙ, ойоштороу оҫталыҡтарына, дәррәү ҡуҙғалып, һәр эште еренә еткереп йомғаҡлап ҡуйыуҙарына аҙ һоҡланманыҡ.
Ә бына декабрь баштарында район мәҙәниәт һарайында үткән байрам – сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн махсус ойошторолған Принц һәм принцессалар балы ғәжәп үҙенсәлекле, йөкмәткеле булыуы менән оҙаҡ йылдарға иҫтә ҡалыр әле.
...Һалҡын ҡыштың ҡырыҫлығы ла фойела һис һиҙелмәй, сағыу сәскәләр, төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән зал, йылмайыу балҡыған йөҙҙәр, һәр кемде йылылыҡ менән ҡаршылаған ҡыйыу, һылыу Әлшәй ҡатын-ҡыҙҙары сабыйҙарҙа ла, өлкәндәрҙә лә ихтирам тойғоһо уята.
Дүрт йәштән 18 йәшкә тиклемге 201 бала ҡатнашҡан был көндө саф күңелле һәм көслө рухлылар байрамы тип атау дөрөҫ тә, ғәҙел дә булыр. Был инде хәстәрлеккә мохтаж балалар өсөн генә түгел, уларҙы көн һайын тәрбиәләп, ихтыяжын үтәгән, сабыйҙарға бөтә йөрәк йылыһын биргән ата-әсәләргә лә ҡағыла. Бер ни тиклем онотола, уңа төшкән дата республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова башланғысы һәм әүҙемселәр, башҡалар проблемаларына битараф булмаған шәхестәр ярҙамында яңы төҫ, яңғыраш алды.
Бындай үҙенсәлекле ҙур сараның маҡсаты – һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади һәләттәрен асыу, улар өсөн өр-яңы донъя киңлектәрен йәйғор төҫөндәге буяуҙарҙа күрһәтеү. Хәҙерге заманда тиҫтерҙәренән артта ҡалмаһын, көн дә үҙгәреп, яңырып торған тормош шарттарына яраҡлашһын, үҙ-ара яҡындан, иркен аралашһын өсөн бынан да ҡулайлы сара юҡтыр.
Кескәйҙәрҙең байрамына оло вазифалы ил ағаларының, төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең, депутаттарҙың йыйылыуы сараның етдилегенә, уның биләмәлә һуңғыһы булмаясағына ишара. Әлбиттә, республика етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Владимировнаның балға ҙур ихласлыҡ менән килеүе әлшәйҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалманы. Бындай оло ҡунаҡтар көн дә килеп тормай шул. Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең спорт мастеры Антон Матренин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Ғилмийәров, Рәсәй хоккейсыһы, “Салауат Юлаев” командаһы тәрбиәләнеүсеһе, 1995, 1996, 1997 йылғы ил чемпионаттарының өс тапҡыр бронза призеры, юниорҙар араһында Европа чемпионы Андрей Зюзин балға йыйылған халыҡ менән аралашты, фотоға төштө. Ҡунаҡтарҙың мәҙәниәт йортондағы 39 майҙансыҡтың барыһында ла булып, кескәйҙәрҙең ижады менән танышыуы, ҡупшы, милли кейемдәрҙәге бер төркөм ағинәйҙәр менән күмәкләп фотоға төшөүе, балаҫ һуғыусыларҙың етеҙ ҡулдарына ҡарап һоҡланыуҙары, һорауҙарға күмеүе ҙур сараны йәнләндерҙе.
39 майҙансыҡта ижад уты дөрләне
Кескәйҙәр өсөн шундай мауыҡтырғыс ижад майҙансыҡтарын әлшәйҙәрҙән дә яҡшыраҡ ойошторғандар бармы икән? Быға тиклем дә район кимәлендә олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашҡан матур сараларҙы үткәреп, күптәрҙе таң ҡалдырғандары булды. Балаларҙы ишек төбөнән үк аниматорҙар һәм ирекмәндәр ҡаршы алып, тәүҙә гардеробҡа, аҙаҡ теркәү өҫтәленә оҙата. Бында ҡыҙҙарға принцесса тажы, ә малайҙарға күбәләк-галстуктар тапшырыла. Тәмле-татлы өҫтәл дә, сувенирҙар ҙа – балалар өсөн. Һәр аҙым уйланылған, бер бала ла иғтибарҙан ситтә түгел, этеш-төртөш, күмәк халыҡ араһында албырғау, аҙашыуҙың әҫәре лә юҡ, сөнки ирекмәндәр уларҙың һәр береһен икенсе ҡаттағы ижад майҙансыҡтарына оҙатып ҡуя. Ә бында эләгеү менән бөтә донъяңды онотоп, сәйәхәтте ҡайҙан башларға, тип стеналағы беркетелгән яҙыуҙарға күҙ һалаһың. Матурлыҡ салоны, күләгәләр театры, аквагрим оҫтаханаһы, күбек-шоу, самолеттар моделе, шоколадтан караптар эшләү... Күңелеңә нимә оҡшай – һайла!
Эбру ниндәй ижад төрө икән, тип баш ватһаҡ, уныһы һыуҙа һүрәт төшөрөү булып сыҡты. Аппликация мөғжизәләре, робот техникаһы, ептән, пластилиндан көтөлмәгән ижад өлгөләре – барыһы ла хайран итте.
1-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Татьяна Ғилманова Әлиәнең оҙон сәстәренән бик тә килешле, модалы прическа яһап ҡуйҙы. “Хәҙер сәстәрҙе үреү модаһы ныҡ үҫешә, – ти оҫта. – Ҡыҙҙарға бөгөн шуларҙың ҡайһы бер өлгөләрен яһап күрһәтәбеҙ. Әлбиттә, бушлай”.
Шашка таҡтаһы артында аталы-уллы Илгиз менән Илназ Сәлимовтарҙың көс һынашыуын да ҡыҙыҡһынып күҙәттек. 62-се янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Илгиз Сәлимов байрамға улы менән бергәләп килеүенән бик ҡәнәғәт, “балаларға үҙҙәрен һынау өсөн бындай турнирҙар файҙалы”, ти ул. Күрше өҫтәл артында Вилдан менән Илнарҙың беренсе урын өсөн көсөргәнешле көрәшен тренерҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре Илмир Мөхәмәтйәнов “бына был егеттәрсә” тип баһаланы.
Илнарҙың әсәһе Әлфиә лә малайҙарҙың алышын ситтән генә күҙәткән. Улының беренсе урынды яулай алмауына кәйефе һис тә ҡырылмаған, уның ысын спортсыларға хас түҙемлеге, ныҡышмалығы менән хаҡлы ғорурлана әсә. “Ул тормошта ла – ысын мәғәнәһендә көрәшсе, бөтә ҡаршылыҡтарҙы бергә еңә-еңә киләбеҙ”, – ти ул. Бына шундай бөтә хистәрен, күңел йылыһын, өмөтөн сабыйҙарына биргән, изгелеге менән ерҙе йәмләгән әсәләрҙең ҡәҙерен барыбыҙ ҙа беләме икән? Наҙ менән тулы йөрәктәренә күпме шатлыҡ һыйһа, ҡайғыһы ла шунса һыя уларға.
Бына оҫталыҡ дәрестәре, фотосессиялар, турнирҙар тамамланды: онотолмаҫ хис-тойғо алып, күңелдәре күтәрелгән, тиктормаҫ балалар уларҙың тормошо сағылдырылған слайдтар күрһәтелгән залға уҙып, үҙ урындарын ала. Балға йыйылған ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин ҡотлап, һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләне. Каринэ Владимировна бындай матур байрамдарҙың йыл һайын ойошторолоуын, балаларҙың үҙҙәренә ышанысты юғалтмауын теләп, балдан ҙур ҡәнәғәтлек кисереүен белдерҙе.
Концерт программаһы ла тамашасыларҙы ялҡытмаҫлыҡ итеп төҙөлгән, ул йөкмәткеле матур сығыштар менән үрелеп барҙы. “Урмандағы ваҡиға йәки Әкиәткә ғәжәйеп сәйәхәт” тип аталған музыкаль әкиәтте Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе бүләк итте.
Байрам тамамланды, әммә балды ойоштороусылар өсөн ял юҡ. Районда “Уңайлы мөхит” программаһы буйынса башҡарылған эштәр байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, мохтаждарҙың тормошон еңеләйтеү, социаль яҡлау, диспансерлаштырыу, реабилитация саралары менән тәьмин итеү буйынса эштәр етерлек.
Сирҙәр структураһына күҙ һалһаң, балаларҙы инвалидлыҡҡа килтергән төп сәбәптәр араһында тәүге урынды психик тайпылыштар алып тора. Икенсе урында – нервы сирҙәре, өсөнсө урында – тыумыштан килгән аномалиялар. Инвалидтарҙың иң ҙур төркөмөн биш-туғыҙ йәшлектәр тәшкил итә.
Үкенескә ҡаршы, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һаны республикала әлегә кәмемәй. Тимәк, “Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы башҡарыласаҡ мәшәҡәттәр ҙә етерлек буласаҡ. Әлшәй районында, дәүләт гарантияларына ярашлы, инвалидтарға йорттарҙа ярҙам күрһәтелә, үҙәк район дауаханаһында уларҙы ҡабул итеү тәүге ҡатта ойошторола, поликлиникаға инеү урынында саҡырыу төймәһе урынлаштырылған, ишек алды коляскала хәрәкәт итеүселәр өсөн ҡулайлаштырылған, пандустар ҙа нормала ҡаралған талаптарға яуап бирә.
Райондың ғаилә хеҙмәте тарафынан тулы булмаған, күп бала тәрбиәләгән, аҙ килемле, инвалид бала үҫтергән, ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан ғаиләләргә социаль ярҙам даими ойошторола. Һәр саҡта ла шыма ғына бармаған, ауыр тойолған эштәрҙең ҡасан да булһа емеш биреренә өмөт бар. Каринэ Владимировна әйткәнсә, бары үҙеңә ышанысты юғалтырға ярамай.